Өфө дәүләт авиация техник студенттары автоматлаштырылған коптер йыйған

Өфө дәүләт авиация техник студенттары автоматлаштырылған коптер йыйған https://bash.news/news/89156_f_dlt_aviaciya_texnik_studenttary_avtomatlashtyrylan_kopter_jyjan
31 ғин 2019, 22:05

Ҡарап тороуға ябай дрон төрлө өлкәләге ҡатмарлы эштәрҙе үтәй ала. Хәрби маҡсаттарҙа коптер алыҫта урынлашҡан объекттарҙы күҙәтә, һауа бейеклегенән электр һәм һыу торбаларын төҙөклөгөн тикшереүгә һәләтле. Йәш белгестәр, ҡоролма айырыуса ауыл хужалығында файҙалы тип белдерә.

Ҙур майҙанда сәсеү эштәре барышын, зарарлы ҡорттар бармы, юҡмы икәнлеген дә билдәләй. Иң мөһиме, яңы ҡоролманы күҙәтеүҙә тотҡан кеше лә, пульт та кәрәкмәй - система автоматлаштырылған режимда эшләй.

Рафаэль Килмәтов, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты: “Был пилотһыҙ ҡоролманың маҡсаты ябай - коптер үтә алмаған урындарға күтәрелә ала. Мин уйлап тапҡан дрон, урман өҫтөндә, ташландыҡ биналарҙа, электр сымдарына буталмайынса оса ала. Ул ҡотҡарыусылар эшендә лә ҙур ярҙамсы буласаҡ”.

Автор: Флорида Ким.

Өфө дәүләт авиация техник студенттары автоматлаштырылған коптер йыйған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа