1 февралдән Мостай Кәрим ижады буйынса конкурсҡа эштәр ҡабул ителә башлай

1 февралдән Мостай Кәрим ижады буйынса конкурсҡа эштәр ҡабул ителә башлай https://bash.news/news/89157_1_fevraldn_mostaj_krim_izhady_bujynsa_konkursa_eshtr_abul_itel_bashlaj
31 ғин 2019, 22:06

Бөгөн һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитациялау үҙәгендә сараны ойоштороу комитетының беренсе ултырышы үтте. Унда шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова менән Каринэ Хәбирова ҡатнашты. Ҡунаҡтар реабилитациялау үҙәгендә дауаланған балалар менән дә аралашты.

Баш мейеһендәге яман булмаған шеш Лешаға һөйләшергә лә, атлап йөрөргә лә мөмкинлек бирмәй. Яңыраҡ ул аяғына сираттағы операция үткәргән. Улы тураһында әсәһе бик түҙемле бала, тип һөйләй. Реабилатициялау үҙәгендәге күнекмәләрҙе 8 йәшлек малай сабыр үткәрә.

Лариса Николайчук, Алешаның әсәһе: “Беҙгә бында дауалау физкультураһы, массаж, физиотерапия эшләйҙәр. Файҙаһы бар. Икенсе өндәре килеп сыҡты, аяҡтары төҙәйә башланы”.

Бында Леша һымаҡ көнөнә 55 бала дауалана. Үҙәккә республиканан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән һәм хатта, Владивостоктан да ата-әсәләр мөрәжәғәт итә, ти белгестәр. Бында яңы тыуған сабыйҙарға ла ярҙам итергә әҙерҙәр.

Ике йәшлек Милана әле һаман үҙаллы аяғына баҫа алмай. Тап шундай балаларға вертикализатор ярҙамға килә. Дауалау-физкультура залында Милана көн һайын 30-40 минут шөғөлләнә. Әсәһе әйтеүенсә, ыңғай һөҙөмтәләр күренә башлаған.

Балалар ҡарамағына төрлө ҡоролмалар. Дауаланыусылар айырыуса уйын бүлмәләрен үҙ итә. Ҡыҙҙар бәләкәй моторика бүлмәһендә мунсаҡ теҙһә, малайҙар леготекала конструктор йыя.

Әлфиә Таһирова, логопед: “Көҙгө алдында шөғөлләнәбеҙ. Унда артикуляцион гимнастика эшләйбеҙ, дөрөҫ тын алырға өйрәнәбеҙ. Һәм яҙма дәрестәр була”.

Ижадтың сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итеүен үҙәктә яҡшы беләләр. Бында балаларҙың һәләте үҫтерелә. Конкурста һәр кем ҡатнаша ала, Мостай Кәримдең әҫәрҙәренә арналған сараға ойоштороусылар бар республика халҡын ҡатнашырға саҡыра.

Рәүил Миңлебаев, Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитациялау үҙәге етәксеһе: “Был конкурста һәр бала ҡатнаша ала. Һаулыҡ мөмкинлектәренә ярашлы, бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ. Был ижади сара. Мостай Кәримдең ижадында илһөйәрлек, тыуған яҡҡа, ғаиләңә мөхәббәт һорауҙарына ҙур урын бирелгән. Конкурста тотош ғаилә менән ҡатнашырға мөмкин”.

Әлфиә Мостай ҡыҙы әйтеүенсә, әҙип уҡыусыларын бер ҡасан да ололарға һәм балаларға айырманы. Йәш быуын менән яҙыусы һәр саҡ теләп осрашҡан.

Әлфиә Кәримова, Мостай Кәримдең ҡыҙы: “Был балалар үҙенсәлекле. Уларҙың һәләттәре әле асылмаған. Моғайын, Мостай Кәрим әҫәрҙәре менән танышып сыҡҡас, балалар башҡаса асылыр. Ә беҙ уларҙың эштәрен ҡарап, шундай һәләтле балалар үҫеүенә тағы ҡыуанырбыҙ”.

Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләргә, йә уның әҫәрҙәре буйынса һүрәт төшөрөргә. Конкурсҡа эштең жанрын һәр ҡатнашыусы үҙе билдәләй. Мостай Кәримдең әҙәбиәтенә бағышланған сара май аҙағына тиклем дауам итә.

Автор: Миңзиә Каспранова.

1 февралдән Мостай Кәрим ижады буйынса конкурсҡа эштәр ҡабул ителә башлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров