Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан Башҡортостанда тантаналы саралар үтәсәк

Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан Башҡортостанда тантаналы саралар үтәсәк https://bash.news/news/89158_afanstandan_sovet_skrren_syaryua_30_jyl_tulyu_uajynan_bashortostanda_tantanaly_saralar_tsk
31 ғин 2019, 22:07

Бөгөн Хөкүмәт йортонда уҙғарылған ултырышта күләмле датаға әҙерлек эштәре барланды.12 февралдә "Торатау конгресс-холл"ында "Тере хәтер" тип исемләнгән йыйылыш ойошторолһа, 15-дә "Ҡайғырыусы әсә" мемориалына сәскә гөлләмәләре һалынасаҡ.

Мәғариф учреждениеларында ветерандар менән осрашыуҙар үткәреү ҡаралған. Афған һуғышы республика өсөн эҙһеҙ үтмәй, унда ун меңдән ашыу яҡташыбыҙ ҡатнашып интернационал бурысын үтәй, уларҙың 343-сө тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай.

Рәмил Баһауетдинов, Башҡортостан хәрби комиссары урынбаҫары: “Район-ҡалаларҙа тантаналы рәүештә һәләк булыусыларҙың ғаиләләре менән бергә беҙҙең хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, хакимиәт вәкилдәре - барыһы ла сараларҙа әүҙем ҡатнашасаҡ. Бурысыбыҙ - йәштәрҙе ил һаҡларға өйрәтеү”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан Башҡортостанда тантаналы саралар үтәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество