Кушнаренко районы хоккейсылары Бөтә Рәсәй уйындарында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ

Кушнаренко районы хоккейсылары Бөтә Рәсәй уйындарында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ https://bash.news/news/89159_kushnarenko_rajony_xokkejsylary_bt_rsj_ujyndarynda_bashortostan_danyn_yalayasa
31 ғин 2019, 22:08

“Алтын шайба” көслөләрҙе асыҡлай. Кушнаренко ауылында йәш хоккейсылар араһында Анатолий Тарасов исемендәге “Алтын шайба” уйыны үтте. Ярышта район этаптарында еңеп сыҡҡан 10 команда көс һынашты.

Көсөргәнешле бәйгелә майҙан хужалары Кушнаренко районы хоккейсылары еңеү яуланы. Хәҙер улар Бөтә Рәсәй уйындарында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Әйткәндәй, “Алтын шайбаның” финалы Салауат ҡалаһында үтә.

Аяз Ғатауллин, Кушнаренко ауылының "Кристалл" командаһы ағзаһы: “Беҙ "Алтын шайба" ярышына еңеү яуларға килдек. Дәғүәселәр көслө, әммә беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Был уйындарға етди әҙерләндек, даими күнекмәләр үткәрҙек. Финалда ла еңеп сығырға өмөт ҙур”.

Кушнаренко районы хоккейсылары Бөтә Рәсәй уйындарында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд