Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Өфөлә үткән эвакуацияға рәсми аңлатма бирҙе

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Өфөлә үткән эвакуацияға рәсми аңлатма бирҙе https://bash.news/news/89171_federal_imenlek_xemtene_bashortostan_bujynsa_idaralyy_fl_tkn_evakuaciyaa_rsmi_alatma_bire
31 ғин 2019, 23:32

Өфө мәктәптәрендә мәжбүри тәнәфес. Бөгөн баш ҡаланың белем усаҡтарына шартлатҡыс ҡуйылыуы тураһында хәбәр арҡаһында махсус хеҙмәттәргә балаларҙы эвакуацияларға тура килде. Хәүефһеҙпек саралары 20 мәктәп һәм 5 дауаханала күрелде.

Мәғлүмәткә ярашлы, мәктәптәрҙә балалар хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янамай. Шартлау хәүефе тураһындағы хәбәрҙәр ялған булып сыҡты. Әле мәғлүмәт тикшерелә. Был хәл Өфөгә генә хас түгел. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә социаль учреждениеларҙан халыҡты эвакуацияларға тура килгән.

Осраҡ буйынса ил президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков "Был хәл тәүге тапҡыр ғына ҡабатланмай, ҡануниәттә ялған хәбәр өсөн яуаплылыҡ ҡаралған",- тип махсус хеҙмәттәр ғәйеплеләрҙе тиҙ арала табыр тигән ышаныс белдерҙе.

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Өфөлә үткән эвакуацияға рәсми аңлатма бирҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд