Башҡортостанда йөрәк ауырыуҙарына бәйле үлем осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда йөрәк ауырыуҙарына бәйле үлем осраҡтары кәмегән https://bash.news/news/89172_bashortostanda_jrk_auyryuaryna_bjle_lem_osratary_kmegn
31 ғин 2019, 23:38

Система, анализ банкыһы һәм башҡа дауалау кәрәк-яраҡтары таптырған медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ҡәтғи саралар күреләсәк. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сәләмәтлек сәғәтендә белдерҙе. Кәңәшмә башында социаль селтәрҙәрҙә граждандарҙың мөрәжәғәте менән эшләү буйынса төркөм етәксеһе Елена Прочаковская республика халҡынан һаулыҡ һаҡлау темаһы буйынса килгән һорауҙарға туҡталды.

Йәмәғәтселекте дарыуҙар тәьминәте, табиптар етешмәүе, матди-техник база менән бәйле һорауҙар борсой. Һәр бер мөрәжәғәт буйынса эш алып барыла. Осрашыуҙа йөрәк артериялары шешеүҙән үлем осраҡтарын кәметеү хаҡында ла һүҙ барҙы, республика йөрәккә шунтирование, йәғни һулыш участкалары туҡтап торғанда урау юл формалаштырыу буйынса илдә тәүге биш төбәк исемлегенә ингән.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланыусылар өсөн республикала 6 төбәк ҡан тамырҙары үҙәге, 18 тәүге ҡабул итеү бүлексәһе эшләй, 12 ангиограф һатып алынған. Радий Хәбиров был ҡоролманы Сибай ҡалаһына ла алырға ҡушты. Кәңәшмәлә граждандарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә күтәрелде. 2018 йылда стационарҙа дауаланыусылар өсөн 7 миллиард һумдан ашыуға дарыуҙар һәм кәрәк-яраҡтар һатып алынған. Һирәк осрай торған сирлеләрҙе тәьмин итеү буйынса проблемалар күҙәтелә. Әммә был система, шприц кеүек медицина кәрәк-яраҡтарына ҡағылмай. Уларҙы пациенттарҙан таптырыу-закон боҙоу, тине Радий Хәбиров.

Сәләмәтлек сәғәтендә "Яҡтыкүл" шифаханаһын үҫтереү хаҡында ла һүҙ барҙы, уның эргәһендә ике йыл элек һатып алынған "Березки" ял йорто ла урынлашҡан. Уларҙың икәүһендә 500-гә яҡын ял урыны иҫәпләнә. Шифахана етәкселеге әйтеүенсә, тағы бер дауалау корпусы талап ителә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостанда йөрәк ауырыуҙарына бәйле үлем осраҡтары кәмегән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров