Өфөлә «Мостай аҡылы» фестивале асылды

Өфөлә «Мостай аҡылы» фестивале асылды https://bash.news/news/89174_fl_mostaj_ayly_festivale_asyldy
31 ғин 2019, 23:40

Күләмле сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Сәхнәлә әҙиптең бай ижади ҡомартҡыһы төрлө телдәрҙә яңғыраны, үҙешмәкәр коллективтар тарафынан сәхнәләштереүҙәр ҡуйылды. Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында республиканың милли әҙәбиәт музейы тарафынан "Әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы" тип исемләнгән күргәҙмә менән дә танышырға мөмкин ине.

Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары Мостай Кәримдең бай ижад донъяһын үҙҙәренең һүрәттәрендә сағылдырҙы. Шағирҙың әҫәрҙәрен уҡып үҫкән быуындың киләсәге лә өмөтлө.

Таһир Хәрипов, “Беҙ Мостай Кәримдең китаптарын яратып уҡыйбыҙ. "Рус түгелмен, ләкин россиянмын" шиғырын яттан беләм. Ул дуҫлыҡ һәм татыулыҡ тураһында”.

"Мостай аҡылы" фестивале сиктәрендә йыл дауамында инша яҙыу, һүрәт төшөрөү буйынса конкурстар, әҙәби марафон, этно-мәҙәни форум уҙғарыу планлаштырылған. "Китапхана дуҫтарын йыя!", "Шаяниум" кеүек саралар ҙа бөйөк шәхес ижадына арналасаҡ.

Фәйрүзә Үтәбаева, Мостай Кәрим исемендәге 158-cе Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы: “Беҙҙең мәктәптең үҙенең айырым планы бар, Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы бик күп саралар үтәсәк. Музейҙар яңынан байытыла. Төрлө осрашыуҙарға балаларҙы әҙерләйбеҙ, был йылды тап Мостай Кәрим йылы тип ҡаршылайбыҙ”.

Рәйлә Ғиззәтуллина, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы: “Ҡурсаҡ театры ла ситтә тороп ҡалманы. Беҙ Мостай Кәримдең биографияһына арналған спектакль ҡуйҙыҡ. Уның исеме "Яҡын офоҡ". Мин унда Әсхәттең һәм тормош иптәше Рауза апайҙың ролдәрен башҡарам”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә «Мостай аҡылы» фестивале асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество