Өфөлә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектына йомғаҡ яһалды

Өфөлә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектына йомғаҡ яһалды https://bash.news/news/89175_fl_bashortostandy_yaratan_rssamdary_proektyna_joma_yaaldy
31 ғин 2019, 23:41

Башҡортостан ҡыл ҡәләм оҫталары билдәлелек яулай. Наил Мәхмүтовтың "Башҡортостандың яратҡан рәссамдары" проекты менән интернет селтәре ярҙамында донъяның төрлө илдәренән ике миллион ярым кеше танышҡан.

Тиҙ арала популярлыҡ яулаған экспозиция төбәктең дүрт тиҫтәнән ашыу район-ҡалаһында сәхнәләрҙә һәм мәҙәниәт йорттарында күргәҙмәгә ҡуйылған. "Башҡортостан" концерт залында иһә конкурстың икенсе турына йомғаҡ яһалды һәм республиканың һынлы сәнғәт өлкәһенең төп бүләге тапшырылды.

Наил Мәхмүтов, "Башҡортостандың яратҡан рәссамдары" проекты авторы: “Был конкурс беҙҙең рәссамдарҙың нисек йәшәүен, ижад итеүен бөтә донъяға танытыу йәһәтенән әһәмиәтле. Башҡортостан элек-электән көслө рәссамдары менән дан тотҡан”.

Социаль проект профессиональ рәссамдар менән бер рәттән халыҡ араһынан сыҡҡан оҫталарҙы ла үҫтереү һәм донъяға танытыу маҡсатын ҡуя. Күркәм мәҙәни сараның бағыусыһы Василий Пеганов атаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Николай Пеганов исемендәге махсус премия булдырған. Халыҡ үҙ тауышын Сергей Мажар, Юрий Галиник, Георгий Калитов һәм Әмир Мәжитовҡа биргән.

Әмир Мәжитов, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры: “Был ҡыҙыҡлы проект беҙҙең һынлы сәнғәтте пропагандалй һәм популярлаштыра. Мин дә был конкурста ҡатнашып, халыҡ һөйөүен яуланым һәм еңеүсе исемелегенә эләгеүемә шатмын”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектына йомғаҡ яһалды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд