Республикала мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсергә тәҡдим яһанылар

Республикала мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсергә тәҡдим яһанылар https://bash.news/news/89192_respublikala_mktptr_bish_knlk_uyu_anayna_kserg_tdim_yaanylar
01 фев 2019, 11:57

Бөгөн, беренсе февралдә, башҡалала тәүге мәғариф форумы асылды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсергә тәҡдим яһаны.

Республикала мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсергә тәҡдим яһанылар
Республикала мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсергә тәҡдим яһанылар

Төбәк Башлығы һынауынса, балалар мәктәп программаһы менән ныҡ йөкмәтелгән, ял көндәрен улар ғаиләһе менән уҙғарырға тейеш. Радий Хәбиров билдәләүенсә, биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскән осраҡта ла уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы һаҡланасаҡ. 32 шәмбе көнөнөң һигеҙен мәктәпкә арнарға тәҡдим итте Радий Хәбиров.

Мәҫәлән, тәүге шәмбе көнөн дөйөм мәктәп спартакиадаһына арнарға мөмкин. Октябрҙең икенсе шәмбеһен тыуған илде өйрәнеүгә бүлергә була.

Беҙҙең балаларыбыҙ мәктәптәрҙән сәләмәт, бәхетле кеше булып сығыуҙарын теләйбеҙ. Шуға күрә лә мин биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеүҙе тәҡдим итәм.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна