Учалы районында мәктәп автобусы юл-транспорт ваҡиғаһына тарый

Учалы районында мәктәп автобусы юл-транспорт ваҡиғаһына тарый https://bash.news/news/89197_uchaly_rajonynda_mktp_avtobusy_yultransport_vaiayna_taryj
01 фев 2019, 14:13

Республиканың Учалы районында мәктәп автобусы түңкәрелә. Автобус салонында туғыҙ бала була. Ҡайһы бер уҡыусыларға медицина ярҙамы күрһәтелә.

Учалы районында мәктәп автобусы юл-транспорт ваҡиғаһына тарый
Учалы районында мәктәп автобусы юл-транспорт ваҡиғаһына тарый

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, автобус Ахун ауылы яғынан хәрәкәт иткән. Учалы юлының 16-сы саҡрымында "ПАЗ" автобусы юлдан төшөп китә. Авария мәлендә, бар балалар ҙа хәүефһеҙлек ҡайышын эләктергән була.

Салонда урындағы мәктәптең туғыҙынсы синыф уҡыусылары һәм бер оҙатып барыусы була. Ваҡиға урынына ЮХХДИ һәм тиҙ ярҙам хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре оҙатыла. Өс бала еңелсә тән йәрәхәттәре ала. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA