Башҡортостанда иң яҡшы ауыл уҡытыусылары аҡсалата ярҙам менән дәртләндереләсәк

Башҡортостанда иң яҡшы ауыл уҡытыусылары аҡсалата ярҙам менән дәртләндереләсәк https://bash.news/news/89199_bashortostanda_i_yashy_auyl_uytyusylary_asalata_yaram_menn_drtlnderelsk
01 фев 2019, 14:45

Башҡортостанда дәүләт ҡаҙнаһынан ауыл уҡытыусыларын дәртләндереү маҡсатында 60 млн һум күләмендә аҡса бүлеү ҡаралған. Ярҙам йөҙ иң яҡшы ауыл уҡытыусыларын дәртәлндереүгә йүнәлтеләсәк. Грант күләме 600 мең һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостанда иң яҡшы ауыл уҡытыусылары аҡсалата ярҙам менән дәртләндереләсәк
Башҡортостанда иң яҡшы ауыл уҡытыусылары аҡсалата ярҙам менән дәртләндереләсәк

Йыл һөҙөмтәһе буйынса, ауыл ерлегендә эшләгән иң яҡшы уҡытыусыларға аҡсалата ярҙам тапшырыласаҡ. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бындай ярҙам ауыл мәктәптәрендә кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.

«Был ярҙам төрө менән бушлай ер биләмәһе бүлеүҙе лә ҡараясаҡбыҙ, республиканың ауыл мәктәптәрендә кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк», –тип билдәләне Төбәк Башлығы.

Радий Хәбиров тәүге мәғариф форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны. Сара башҡаланың Конгресс-холында үтә.

Спутник FM
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA