Сергей Капков Торатауҙы Фудзияма һәм Килиманджаро тауҙарына тиңләне

Сергей Капков Торатауҙы Фудзияма һәм Килиманджаро тауҙарына тиңләне https://bash.news/news/89227_sergej_kapkov_toratauy_fudziyama_m_kilimandzharo_tauaryna_tilne
01 фев 2019, 22:22

"Торатау" донъя хазинаһы. Тәбиғәт ҡомартҡыһын Рәсәй туристары ғына түгел, төрлө сит ил вәкилдәре лә күрергә тейеш. Әммә бының өсөн тау тирләй инфраструктураны камиллаштырыу мөһим. Был турала бөгөн республика йортонда үткән кәңәшмәлә билдәләнде. Унда республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы мәҙәниәт иҡтисадын, ҡалалар үҫеше һәм креатив индустрияларҙы өйрәнеү үҙәге етәксеһе Сергей Капков ҡатнашты.

Ултырышта "Торатау" геопаркы проекты һәм Өфөләге ҡала мөхитен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Сергей Капков фекеренсә, Торатау донъя күләмендәге әһәмиәткә эйә булған көс туплау урыны. Уны япондарҙың Фудзиямаһы, Африкалағы Килиманджаро тауына тиңләргә мөмкин. Шуға ла геопарк ойоштороу проекты республика өсөн генә түгел, федераль кимәлдә ҡаралырға тейеш, тине Мәскәү белгесе.

Сергей Капков, Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы мәҙәниәт иҡтисадын, ҡалалар үҫешен һәм креатив индустрияларҙы өйрәнеү үҙәге етәксеһе: “Мое мнение: надо имет уважение к горе. Парковку нужно отодвинуть в дальность на один километр. Три вещи которые могут быть доминантами: 1-е сама гора, 2-е водоем и озеро, 3-е лагерь политзаключенных. Это проект федерального масштаба”.

Сергей Капков Торатауҙы Фудзияма һәм Килиманджаро тауҙарына тиңләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA