Учалы районында уҡыусылар автобусы ауған

Учалы районында уҡыусылар автобусы ауған https://bash.news/news/89228_uchaly_rajonynda_uyusylar_avtobusy_auan
01 фев 2019, 22:23

Учалы - Ахун -Ҡарағай автомобиль юлында мәктәп автобусы ҡатнашлығында авария теркәлде. Республика автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, автобус водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып ауған. Салонда 9-сы синыфта уҡыусы 9 бала һәм уларҙың уҡытыусыһы булған.

Ике уҡыусы менән уҡытыусы еңелсә йәрәхәтләнгән, улар табип тикшереүе үткән. Осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы тикшереү алып бара, транспорт сараһының техник төҙөклөгө баһалана. Уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Учалы районында уҡыусылар автобусы ауған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA