Өфөнөң Дим районында коммуналь түләүҙәр буйынса бурыс 70 миллион һумдан артҡан

Өфөнөң Дим районында коммуналь түләүҙәр буйынса бурыс 70 миллион һумдан артҡан https://bash.news/news/89230_fn_dim_rajonynda_kommunal_tlr_bujynsa_burys_70_million_umdan_artan

Ҡара исемлектә 1200-ҙән ашыу фатир хужаһы. Бөгөн биҫтәнең коммуналь торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәре суд приставтары менән берлектә рейдҡа сыҡты. Әммә фатир хужалары хоҡуҡ органдарына ишек асманы.

Күршеләре һүҙҙәренә ҡарағанда, улар спиртлы эсемлектәр менән мауыға. Бындай категория граждандарҙың фатирҙарын электр энергияһынан өҙөү, фатирҙарындағы милекте тартып алыу һәм башҡа ысулдар ҡулланыла.

Евгений Конюхов, Өфөнөң Дим районы торлаҡ хужалығы идаралығы директоры урынбаҫары: “Банк карталарына һәм водитель таныҡлығына арест һалына, сит илгә сығыу тыйыла. Был - бер нисек тә аҡса түләтә алмаған осраҡта эшләнә. Ә тәүҙә беҙ һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, бурыс күләмен өлөшкә бүлеп түләү һәм башҡа төр килешеүҙәр ҡарайбыҙ”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөнөң Дим районында коммуналь түләүҙәр буйынса бурыс 70 миллион һумдан артҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество