Башҡортостанда яңы һөт фабрикаһы асыласаҡ

Башҡортостанда яңы һөт фабрикаһы асыласаҡ https://bash.news/news/89234_bashortostanda_yay_t_fabrikay_asylasa/?lang=bash
01 фев 2019, 22:28

Стәрлетамаҡ ҡалаһында тиҙҙән һөт фабрикаһы эш башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта проект тамамланыу алдында. Яңы предприятие төбәктең Башҡорт ҡунаҡсыллығы һәм сауҙа колледжы базаһының элекке ашханаһында урынлашҡан. Төбәктә асыласаҡ кухня Стәрлетамаҡ ҡалаһын һәм уға яҡын райондарҙы хеҙмәтләндерә ала.

Фабрика әҙер тиерлек, эш башлар өсөн ойоштороу эштәре буйынса ваҡ мәшәҡәттәр генә ҡалған. Мәсьәлә уҙған аҙнала "Һаулыҡ һаҡлау сәғәтендә" лә күтәрелде. Республика етәкселеге тиҙ арала хәл итеү юлдарын табып, кухняны файҙаланыуға тапшырырға ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ата-әсәләр араһында һорау алыу үткәреп, һөт кухнялары етештергән продукцияға ихтыяжды өйрәнеү, был тәңгәлдә республика закондарын федераль ҡануниәткә яраҡлаштырыу бурысын ҡуйҙы.

Андрей Котиков, компания инженеры: “Был ҡоролмалар тап балалар туҡланыу аҙығы етештереү өсөн эшләнелгән. Әлеге ваҡытта өс цех ойошторолған. Уларҙың барыһы ла дәүләт стандарттарына яуап бирә. Рәсәйҙә етештерелгән ҡоролмаларҙа һөт ризыҡтарын етештереү махсус технология буйынса башҡарыла. Аҙыҡтар алты айлыҡ сабыйҙар өсөн дә яраҡлы”.

Әйткәндәй, бөгөнгө көнгә тиклем республикала балаларҙы һөт ризыҡтары тәьмин иткән тик бер генә учреждение эшләй. Стәрлетамаҡта эш башлаясаҡ һөт кухняһында кәмендә 15 эш урыны булдырыласаҡ. Предприятиеның колледж бинаһында урынлашыуы студенттар өсөн дә ҡулай. Һөт ризыҡтарын өйрәнгән йәштәрҙә киләсәк йүнәлешкә нигеҙ һалыныуы ла ихтимал.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡортостанда яңы һөт фабрикаһы асыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста