Хәйбулла районы Уфимский ауылында урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһы буйынса балалар майҙансығы төҙөлгән

Хәйбулла районы Уфимский ауылында урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһы буйынса балалар майҙансығы төҙөлгән https://bash.news/news/89235_xjbulla_rajony_ufimskij_auylynda_urynday_tdimdre_xuplau_programmay_bujynsa_balalar_majansyy_tlgn
01 фев 2019, 22:29

Урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһы республикала бишенсе йыл тормошҡа ашырыла. Уның нигеҙендә халыҡ үҙ проблемаларын хәл итә. Хәйбулла районында ла проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Дәрестәр тамамланыу менән Вячеслав көн һайын спорт майҙансығына ашыға. Әгәр ҙә элек спорт уйындары менән ҡыш ҡына шөғөлләнә алһа, хәҙер йыл әйләнәһенә айырылмайҙар. Уфимский ауылында спорт, уйын майҙансығы күптән түгел генә асылған, әммә объект балаларҙың яратҡан урынына әүерелгән.

Вячеслав Сергеев: “Бик матур майҙансыҡ, уйнарға урыны күп, тауҙары, бәүеләсәктәре бар”.

Виктория Матвеева: “Был мйаҙансыҡ бик шәп, рәхәтләнеп уйнайбыҙ, ял итәбеҙ”.

Балаларға спорт һәм уйын майҙансығы урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһы буйынса төҙөлгән. Бында йәшәүселәр тәҡдимде үҙҙәре индерә, ауыл халҡы проектты өлөшләтә финаслауға ҡушыла, ҡалған сығымдарҙы Хәйбулла тау кампанияһы ҡаплай.

Олег Усатый, Уфимский ауыл хакимиәте башлығы: “Программала Уфимский ауыл биләмәһе дүртенсе йыл рәттән ҡатнаша. Ауыл зыяратын кәртәләнек, балалар майҙансығы һәм тортуар һалынды. Быйыл Түбәнге Смаҡта спорт майҙансығын ҡорорға ниәтләйбеҙ”.

Программа эшләй башлағандан алып районда биш йыл эсендә 40 проект тормошҡа ашырылған. Һыу торбалары һуҙылған, ауылдар араһында юл төҙөкләндерелгән, бәләкәй күперҙәр, мәҙәниәт йорттары һалынып урамдар яҡтыртылған. Был йәһәттән Әбеш ауылы биләмәһе районда иң әүҙеме. Хәйбуллалар быйыл да урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһында ҡатнашасаҡ. Райондың барлыҡ ауыл хакимиәте биләмәләрендә лә йыйылыштар үткәрелгән. Әлеге ваҡытта документтар әҙерләнә һәм заявкалар бирелә. Былтыр 14 проекттың 12-һе тормошҡа ашырылған, быйыл иһә районда заманса спорт майҙансығы, яңы янғын һүндереү депоһы булдырыласаҡ, биналарға ремонт үткәреләсәк.

Автор: Гүзәл Борханова.

Хәйбулла районы Уфимский ауылында урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһы буйынса балалар майҙансығы төҙөлгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд