Башҡортостанда ҡаргиҙәр техникаһын тикшереү дауам итә

Башҡортостанда ҡаргиҙәр техникаһын тикшереү дауам итә https://bash.news/news/89237_bashortostanda_argir_texnikayn_tikshere_dauam_it
01 фев 2019, 22:31

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, иғлан ителгән сарала мотосаналарҙың техник төҙөклөгө, документтар теүәллеге тикшерелә, ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү буйынса саралар күрелә.

Юлһыҙ ерҙән йөрөүсе техника бигерәк тә һунарға сығыу, ял итеү, йырын, ябай техника үтә алмаған урындарҙы үтеү өсөн уңайлы транспорт төрө. Һуңғы йылдарҙа районда ла кешеләр араһында ошо техникаға өҫтөнлөк бирелә, ләкин ҡарғиҙәрҙәр, мотосаналарҙа йөрөү өсөн тракторсы йәки А-1 таныҡлығы кәрәк.

"Ҡаргиҙәр" операцияһы барышында транспорт менән ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәү, уларҙы теркәү, шулай уҡ мототранспорт менән файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоу осрактарын иҫкәртеү саралары үткәрелә

Күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмау өсөн талаптарҙы теүәл башҡарып, йыл һайын техник күҙәтеү үткәрергә, уның менән йөрөү өсөн тейешле документтарҙы тәртиптә тотоу мөһим. Техникаһын теркәмәгән хужалар өсөн штраф та ҡаралған. Тимәк, был талаптарҙы ла ваҡытында башҡарып барыу ҙа төрлө күнелһеҙ осраҡтарҙан аралар.

Башҡортостанда ҡаргиҙәр техникаһын тикшереү дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд