Күгәрсен районында тантаналы рәүештә театр йылы асылды

Күгәрсен районында тантаналы рәүештә театр йылы асылды https://bash.news/news/89238_kgrsen_rajonynda_tantanaly_resht_teatr_jyly_asyldy
01 фев 2019, 22:32

Тантаналы сарала төбәктең төрлө ауылдарынан үҙешмәкәр коллективтар ҡатнашты. Халыҡ театры актерҙары төрлө сәхнә әҫәрҙәре менән сығыш яһаны. Юлдыбай ауылының "Ҡайынтау" ижади коллективы драматург Наил Ғәйетбайҙың "Аты барҙың, дәрте бар" спектаклен уйнаны. Былтыр тап ошо комедия менән халыҡ театры исемен яҡлаған үҙешмәкәрҙәр етәксеһе әйтеүенсә, ауыл ерендә был төр сәнғәтте үҫтереү өсөн күп көс һалырға тура килә.

Лира Миңлебаева, "Ҡайынтау" халыҡ театры етәксеһе: “Пландар ҙур. Мәктәптәргә барып балалар өсөн әкиәттәр ҡуябыҙ. Тик ауылдаштарға әйтер теләгем бар, әүҙем генә ҡатнашһындар, бик күп өйҙә ятыусыларҙы алып сыҡҡым килә. Элек беҙҙең Юлдыбайҙан таланттар күп сыҡҡан, әле лә бар. Шул дәртте һүндермәҫкә ине”.

Күгәрсен ауылының "Умырзая", Бикбулаттан "Шакир Янбаев", район мәҙәниәт йортоноң "Наҙлы йылға" театр төркөмдәре лә йыл әйләнәһенә халыҡты яңы спектаклдәр менән һөйөндөрмәксе. Театр йылын асыу тантанаһында урта быуын актерҙары менән бер рәттән яңы уҡып ҡайтҡан йәш белгестәр ҙә әүҙемлек күрһәтте. Был киләсәктә төбәктә театр сәнғәте тағы ла үҫешер, тигән ышаныс уята.

Резеда Исламғолова, тамашасы: “Мин был кисәгә бик талпынып килдем. Элек үҙемдең уйнағандарҙы иҫкә төшөрҙөм. Театрҙа башлыса олораҡ образдарҙы уйнаным”.

Руслан Абдуллин, "Наҙлы йылға" театры режиссеры: “Быйылғы театр йылына ҙур пландар ҡорғанбыҙ. Шулай уҡ Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған төрлө саралар үтәсәк. Театрлаштырылған тамаша, балалар өсөн конкурстар”.

Автор: Фәниә Юланова.

Күгәрсен районында тантаналы рәүештә театр йылы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд