Нефтекамала 8 ғинуарҙа башланған «Яратам һине, изге илем!» концерты тамамланды

Нефтекамала 8 ғинуарҙа башланған «Яратам һине, изге илем!» концерты тамамланды https://bash.news/news/89240_neftekamala_8_inuara_bashlanan_yaratam_ine_izge_ilem_koncerty_tamamlandy/?lang=bash
01 фев 2019, 22:34

Өс аҙна дауам иткән сара яңы һәләттәр асыу, рус мәҙәниәте менән яҡындан танышыу маҡсатын ҡуйҙы. Йырлы-моңло кисә төбәктә ай һайын ойошторолған милли мәҙәниәт көндәре сиктәрендә үтте.

Программа буйынса мәктәптәрҙә синыф сәғәттәре, асыҡ дәрестәр, милли кейем темаһына конференция уҙғарылды, район мәҙәниәт йортонда күргәҙмә ойошторолдо. Районда билдәлелек яулаған йыр-бейеү ансамблдәре менән бер сәхнәлә йәштәр ҙә сығыш яһаны.

Тамашасы Нефтекама, Ағиҙел, Краснокаманан килгән ҡатнашыусыларҙы дәррәү алҡышланы. Артабан төбәктә йәшәүселәр удмурт халҡы мәҙәниәте менән танышасаҡ.

Автор: Фәниә Юланова.

Нефтекамала 8 ғинуарҙа башланған «Яратам һине, изге илем!» концерты тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста