Республика йортонда төбәктә вертолеттар төҙөүҙе үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙҙы

Республика йортонда төбәктә вертолеттар төҙөүҙе үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙҙы https://bash.news/news/89268_respublika_jortonda_tbkt_vertolettar_te_tere_msle_bujynsa_kshm_uy
02 фев 2019, 20:27

Радий Хәбиров Күмертау авиация етештереү предприятиеһы етәксеһе Николай Фролов менән осрашты. Радий Хәбиров граждандар тәғәйенләнешендә, шулай уҡ санитар авиация һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы өсөн дә вертолеттар һәм пилотһыҙ осоусы аппараттар сығарыу маҡсатында етештереүҙе артабан да диверсификациялау мөһимлеген билдәләне.

Кәңәшмәлә предприятие хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлау мәсьәләһе буйынса ла фекер алышынды. Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы Күмертауҙа пилотһыҙ осоусы техника етештереүселәрҙең илдә беренсе Бөтә Рәсәй фестивален үткәреү тәҡдимен еткерҙе. Радий Хәбиров уны хуплап сыҡты, фестивалде әҙерләү һәм үткәреү буйынса юл картаһы төҙөүҙе йөкмәтте.

Республика йортонда төбәктә вертолеттар төҙөүҙе үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд