Өфөлә Рәсәй милли гвардия етәкселек составының уҡытыу-методик йыйындары тамамланды

Өфөлә Рәсәй милли гвардия етәкселек составының уҡытыу-методик йыйындары тамамланды https://bash.news/news/89269_fl_rsj_milli_gvardiya_etkselek_sostavyny_uytyumetodik_jyjyndary_tamamlandy
02 фев 2019, 20:28

Күләмле сара 30 ғинуар старт алғайны. Йыйындың һуңғы көнөндә махсус тәғәйенләнештәге көстәр хеҙмәткәрҙәренә һәм хәрбиҙәргә наградалар тапшырылды. Бүләкләү тантанаһында республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул барыһына ла мөһим дәүләт бурыстарын үтәгәндә юғары һөнәри оҫталыҡ һәм фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Генерал-полковник Сергей Меликов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнһә, Милли гвардияның Волга буйы федераль округы ғәскәре командиры Александр Порядинға Башҡортостандың Почет грамотаһы тапшырылды. Төбәктең ОМОН һәм махсус йүнәлештәге отрядтары эше лә юғары баһаланды. Йәмәғәт хәүефһеҙлеген һәм хоҡуҡи тәртипте тәьмин итеүҙә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән өсөн бер төркөм офицерҙар махсус символика менән ҡоралдар, "Батырлыҡ күрһәткән өсөн" ведомство миҙалы, федераль хеҙмәттең почет грамоталары менән баһаланды

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “За пять дней учебно-методических сборов подведены итоги боевой подготовки, поставлены задачи по качественному выполнению задач. Летом этого года предстоит совместно обеспечить меры безопасности на Летних Международных детских играх в Уфе и других значимых мероприятиях. Хочу поблагодарить всех сотрудников и военнослужащих, ветеранов войск национальной Гвардии за честную и безупречную службу”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә Рәсәй милли гвардия етәкселек составының уҡытыу-методик йыйындары тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа