Салауат ҡалаһында беренсе синыфҡа барасаҡ балаларға урын етмәй

Салауат ҡалаһында беренсе синыфҡа барасаҡ балаларға урын етмәй https://bash.news/news/89271_salauat_alaynda_berense_sinyfa_barasa_balalara_uryn_etmj
02 фев 2019, 20:47

Мәктәпкә сират. Салауат ҡалаһында йәшәүсе ата-әсәләр балаларға 1-се синыфҡа уҡырға барырға урын етмәй тип борсола. Йөҙҙән ашыу кеше ул-ҡыҙҙарының 21-cе мәктәптә уҡыуын теләй. Сентябрҙә белем биреү усағы 75 баланы ғына ҡабул итә ала.

Салауат ҡалаһындағы 21-се мәктәп коридоры шығырым тулы. Ата-әсәләрҙең күбеһе таң менән сиратта - исемлек төҙөп өлкәндәр барыһын да борсоған мәсьәләне хәл итергә тырыша. Төндә улар беренсе синыфҡа балаларын уҡырға ебәрергә электрон ғариза яҙған, әммә мәктәп ишектәре кемдер өсөн ябыҡ буласаҡ.

Венера Ҡорманаева, Салауат ҡалаһында йәшәүсе: “Өсәр көн атай-әсәйҙәр сиратта тороп исемлектәр төҙөй, ул исемлектәр юҡҡа сығып халыҡ араһында ығы-зығы барлыҡҡа килә. Исемлекте льготалы категориелы граждандарҙан һәм теркәү урыны буйынса тикшереп алдан төҙөргә кәрәк”.

Баланы беренсе синыфҡа теркәр өсөн башҡа мәктәптәрҙә ҡатмарлыҡтар юҡ тип уртаҡлаша учреждение етәкселеге. 21-cе мәктәпкә ғариза ҡабул ителә башлағас ярты сәғәт эсендә электрон сиратта урын ҡалмай. Борсолған өлкәндәргә малай- ҡыҙҙарын эргәлә урынлашҡан 4-cе һәм 18-се мәктәпкә йөрөтөргә тәҡдим итәләр. Белем йорттары бер-береһенән алыҫ түгел - юлды үтер өсөн 5 минут ваҡыт етә. Әммә тап 21-се мәктәпкә ихтыяж юғары - сифатлы белем һәм көслө педагогтар ата-әсәләрҙе битараф ҡалдырмай.

Эльвира Маликова, рус һәм башҡорт теле уҡытыусыһы: “Быйыл беҙҙең мәктәп тик 75 уҡыусыны ҡабул итә ала, теләүселәр - йөҙҙән ашыу. Шуға улар территориаль мөмкинлектәренән сығып икенсе мәктәпкә мөрәжәғәт итә ала. Беҙҙең мәктәптә уҡырға теләүселәр күп, сөнки беҙҙең лайыҡлы уҡытыусыларыбыҙ төрлө олимпиада, конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай”.

Ата-әсәләр яңы мәктәп асылыуын талап итә һәм был хаҡлы теләк тип уртаҡлаша белгестәр. Проблема юҡ түгел. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы һалынған объекттар исемлегенә инеү мөмкин булмай - был программа сиктәрендә Салауатта яңы дауахана асыла.

Гөлнара Сөләймәнова, Салауат ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе урынбаҫары: “Мәктәп ҡалала яңы төҙөлгән биҫтәләргә яҡын урынлашҡан. Әлбиттә, был районға яңы белем биреү учреждениеһы кәрәк. Әлегә балаларҙы 4-cе мәктәпкә йөрөтөргә тәҡдим ителә - унда беренсе синыф уҡыусыларына 75 урын бүленгән - 36 урын әлегә буш. Балаларҙы ике сменаға уҡытыу ҡаралмай - был белем сифатына йоғонто яһай”.

Республика адреслы инвестициялы программаһына ярашлы, Салауат ҡалаһында яңы мәктәп 2024 йылда ғына төҙөлә башлаясаҡ. Әле проект буйынса аныҡ ҡына маҡсаттар ҡуйылмаған. Сиратта тороп арыған ата-әсәләрҙең хыялы - балаларҙы яңы, матур мәктәпкә йөрөтөү.

Автор: Флорида Ким.

Салауат ҡалаһында беренсе синыфҡа барасаҡ балаларға урын етмәй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество