Хәйбулла районы оҫтаһы ағас тамырынан һауыт-һаба эшләй

Хәйбулла районы оҫтаһы ағас тамырынан һауыт-һаба эшләй https://bash.news/news/89275_xjbulla_rajony_otay_aas_tamyrynan_auytaba_eshlj
02 фев 2019, 21:01

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында йәшәүсе Юныс Иштановты яҡташтары алтын ҡуллы оҫта тип атай. Ауылда төҙөлгән йорттарҙың яртыһын тиерлек ул бураған, мейес сығарыу, һауыт-һаба эшләү буйынса уға етеүсе юҡ. Яратҡан шөғөләнә Юныс Иштанов бары тик хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ныҡлап тотона.

Эшләгән һайын ҡул оҫтара, ти уҙаман. Ярты сәғәт эсендә бәләкәй генә түмәрҙән һауыт яһап ҡуйыу оҫтаға бер ни түгел. Күңел һалып башҡарған ҡул эштәрен Юныс Иштанов туғандарына бүләк итә.

Юныс Иштанов, Йәнтеш ауылында йәшәүсе: “Мәктәптә уҡығанда ла әҙерәк ҡыҙыға торғайным. Хаҡлы ялға сыҡҡас, туҡта, эшләп ҡарайым әле тинем. Һауыттарҙы төрлө ағастан эшләргә була. Ҡарағайҙан, имәндән, алмағастан матур килеп сыға, шулай уҡ йүкәнән. Әммә уның биҙәге булмай”.

Оҫта һауыттарҙы эшләү өсөн ағастың тамырын йәки ороһон файҙалана. Бер түмәрҙән уртаса ҙурлыҡтағы өс һауыт яһарға була. Юныс Иштанов экологик яҡтан таҙа, ризыҡтарҙы оҙаҡ ваҡыт йылы килеш һаҡлаған әйберҙәрҙән киләсәктә табыш алмаҡсы. Бының өсөн ул үҙенең ихатаһында ҙур булмаған оҫтахана төҙөргә ниәтләй.

Автор: Фәниә Юланова.

Хәйбулла районы оҫтаһы ағас тамырынан һауыт-һаба эшләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа