Башҡорт акробаттары Рәсәй данын Красноярскийҙа уҙасаҡ Бөтә донъя универсиадаһында яҡларға әҙерләнә. Республиканан 12 спортсы үҙҙәрен биатлон, сноуборд, шорт-тректа һынап ҡараясаҡ. Әле ҡыҙҙар-егеттәр күп ваҡытын күнекмәләрҙә үткәрә. Сөнки олимпиадаға тиклем һанаулы көндәр ҡалды.
Умыртҡа һөйәген йәрәхәтләгән Кристина Спиридонова был миҙгелдә ярыштарҙа ҡатнаша алмаҫмын тип уйлаһа, табиптар тырышлығы менән ул универсиадала ҡатнашыу мөмкинлеген ала. Хәҙер сәләмәтлеге яҡшырған ҡыҙға иң мөһиме бәйге программаһын өйрәнеп, күнекмәләрҙе теүәл үтәү.
Акробаттар 10 февралгә тиклем үҙебеҙҙең махсус тау битләүҙәрендә шөғөлләнә, 16 февралдә донъя кубогы башлана.
Автор: Фәниә Юланова.