Өфөлә эстетик гимнастика буйынса турнир ойошторолдо

Өфөлә эстетик гимнастика буйынса турнир ойошторолдо https://bash.news/news/89277_fl_estetik_gimnastika_bujynsa_turnir_ojoshtoroldo
02 фев 2019, 21:04

Бәйгелә Төмән, Пермь, Силәбе өлкәһенән, Өфөнән өс йөҙҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Башҡортостан данын шулай уҡ Балтас районы үҫмерҙәр командаһы яҡланы. Был төр гимнастика буйынса ярыш Өфөлә беренсе тапҡыр уҙғарыла.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 23 төркөм ҙур көнәркәшлек тыуҙырҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярыш спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәргә, уларҙың ата-әсәләренә бәләкәй аҙымдар менән барған һөҙөмтәләрҙе күрергә булышлыҡ итә. Балтас районы командаһы 13 кешенән тора. Йәш спортсылар йырға төрлө ҡатмарлыҡтағы бейеү һалып, бәйгелә уңышлы сығыш яһаны. Әйтерһең дә, ҡыҙҙар гимнастика менән бер йыл түгел, ә атлай башлағандан уҡ шөғөлләнә.

Яҡташтарыбыҙҙың абруйлы бәйгелә өсөнсө призлы урын алыуҙарына тренерҙары, ата-әсәләре лә күп көс һала. Улар был спорт төрө ҡыҙҙарҙы үҙҙәрен ышаныслы тойорға, физик яҡтан ныҡ һәм сәләмәт тормош алып барырға әйҙәй, тигән фекерҙә.

Илгиз Сәхипов, Балтас районы командаһы көйәрмәне: “Балалар бындай ҙур бәйгелә беренсегә сығыш яһай. Әммә ошо уҡ бейеүҙәре менән районда үткән төрлө сараларҙа сығыш яһайҙар ине. Әммә ярыш келәме менән сәхнәне сағыштырырға ярамай”.

Турнирҙа баһалама ағзалары сығыш яһаусыларҙың башҡарыу оҫталығына ғына түгел, шулай уҡ етеҙлегенә, бер тигеҙ хәрәкәт итеүҙәренә ҡараны. Ярыш ни тиклем көсөргәнешле барһа ла, бәйге аҙағында бөтә командалар бер майҙанға флеш-моб бейергә төштө.

Автор: Фәниә Юланова.

Өфөлә эстетик гимнастика буйынса турнир ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа