Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә яңы үҫмерҙәр клубы асылды

Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә яңы үҫмерҙәр клубы асылды https://bash.news/news/89278_fn_kuzneczov_zatony_bitend_yay_merr_kluby_asyldy
02 фев 2019, 21:06

Дәүләт учреждениеһында балалар, үҫмерҙәр өсөн бушлай ижади түңәрәктәр һәм спорт дәрестәре эшләй. Малай-ҡыҙҙар бөгөндән үк ҡул эштәренә, һүрәт төшөрөргә өйрәнеп үҫә. Еҙемдә футбол, теннис, хоккей уйындарына өйрәтеү дәрестәре лә индереләсәк.

Клуб түңәрәктәре 200-ләп балаға иҫәпләнгән. Ата-әсәләр ҙә, белгестәр ҙә социаль объект бик кәрәкле ине тип уртаҡлаша, сөнки үҫмерҙәр клубында мәктәптән һуң арыған балалар ваҡытын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрер тип күҙаллана.

Ләйлә Шакирова, "Йәшлек" балалар-үҫмерҙәр ойошмаһы директоры: “Клубта балалар өсөн йыр, бейеү, һүрәт, шахмат, шашка, футбол дәрестәре үтәсәк”.

Динар Хәлилов, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы: “Был тирәлә йәшәгән һәр бала буш ваҡытын файҙалы үткәрер, тип ышанабыҙ”.

Автор: Флорида Ким.

Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә яңы үҫмерҙәр клубы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд