Рәсәйҙә руль артында тәмәке тартыуҙы тыйыу буйынса законопроект әҙерләнә

Рәсәйҙә руль артында тәмәке тартыуҙы тыйыу буйынса законопроект әҙерләнә https://bash.news/news/89296_rsj_rul_artynda_tmke_tartyuy_tyjyu_bujynsa_zakonoproekt_erln
02 фев 2019, 23:35

Ҡаптан тәмәке сығарыу һәм шырпы алып тоҡандырғанда бер секундҡа булһа ла юл иғтибарҙан ысҡына. Бер секунд. Был ваҡытта бер ни ҙә үҙгәрмәҫ төҫлө. Әммә руль артында китеп барғанда был секунд та мәңгелеккә тиң. Күҙ асып йомғансы ғына төҙәтә алмаҫлыҡ хаталар яһалыуы, кешенең яҙмышы селпәрәмә килеүе ихтимал.

Жириновский яҡлыларҙан нисек кенә көлмәһәк тә руль артында тәмәке тартыуҙы тыйыу тәҡдимдәре менән килешмәү мөмкин түгел. Либерал демократтар фракцияһы ағзаһы Дмитрий Свищев әйтеүенсә, автомобилдә тәмәке көйрәтеп йөрөү водителдең үҙе өсөн генә түгел, ә тирә-йүндәгеләр өсөн дә хәүефле. Һәр хәлдә, аварияларҙың күпселеге иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында булыуы билдәле, ти депутат. Һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бармы?

Тәмәке борҡотоп барған водителгә кемдең генә йәне көймәһен?! Йәмәғәт транспортында ошоға бәйле йыш ҡына бәхәс-ғауға сыҡҡылай. Пассажирҙарҙы аңларға була, салонда таралған тәмәке еҫенең сәләмәтлек өсөн зыяны ҙур.

Илмира Хәмиҙуллина: “Водителдәр әҙерәк әҙәплерәк булһын ине. Күргәнем бар тәмәке лә тарталар, юғары тиҙлек менән дә йөрөйҙәр”.

Миңлеғаян Сафина: “Бар улар, күптәр. Әрләшеп тә, талашып та алабыҙ. Етмәһә, сығығыҙ тиҙәр ултырғығыҙ килмәһә”.

Ә бит йәмәғәт транспорты хәрәкәт иткәндә, водителгә тәмәке тартыу закон менән тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан ҡағиҙәне үтәмәүселәр күп. Тәмәкегә бәйлелектән бер генә ҡануниәт тә азат итә алмай. Хәйер, тиҙҙән барлыҡ автомобиль водителдәренә лә көйрәтеүгә бәйле сикләү ҡуйылыуы ихтимал. Машина хәрәкәт иткәндә, тартаһың икән - штраф түләргә тура киләсәк.

Азамат Рәхимов, водитель: “Юлда китеп барғанда күрәм, ҡайһы берәүҙәрҙең ҡулында телефон, икенсе ҡулында тәмәке. Шуға был закон проекты кәрәк тип иҫәпләйем, сөнки юлда аварияға эләгеү хәүефе юғары”.

Хәлим Әйүпов, автоэксперт: “Тәмәке ҡабыҙған ваҡытта ғына ла ике-өс секунд ваҡытың үтә, шул ике-өс секундта автомобиль 30-40 метр юл үтә. Ул ваҡытта йәйәүле лә йүгереп сығыуы, алда барған машина ла туҡтауы ла мөмкин. Шуның өсөн руль артында барғанда иғтибарлы булырға кәрәк”.

Тәмәке төпсөгө ҡулдан төшөп киткәндә, салонда янғын сығыуы ихтимал. Бәләне көт тә тор. Тартҡан кеше психологик яҡтан да үҙен насар тойоуы бар.

Илгиз Байков, психотерапевт: “Водитель тәмәке тартһа еҫ, төтөн була. Ул төтөн күҙ ҡабаҡтарына йоғонто яһай, йәш ағырға мөмкин. Һәм беҙ юлды аламараҡ күрергә мөмкинбеҙ. Икенсенән, никотин беҙҙең баш мейеһендә нерв импульстары үтеүен әкренәйтә, шуға беҙҙең реакция кәмей”.

Илдә һәр өсөнсө өлкән йәштәге кеше тәмәке ҡоло. Наил Биксурин да насар ғәҙәтенән арына алмай йонсой. Егет билдәләүенсә, машинала ул яңғыҙы булғанда ғына тарта, пассажирҙар булһа туҡталыш яһарға мәжбүр. Автоһәүәҫкәр ҙә тәмәкенең кәйефкә ныҡлы тәьҫир итеүен билдәләй.

Наил Биксурин, такси водителе: “Нервыны тынысландырыумы, йә үҙ-үҙеңде ышандырыумы. Шуға туҡтап тартып алабыҙ. Был еңеллек ҡырҡ минутҡа етә, шунан тағы тартҡы килә”.

Машинала ҡырын ултырып, тәмәке тартып барыу модаһы уҙған быуатта уҡ киноларҙа пропагандаланды. Көнбайыштан үрнәк алып, алама ғәҙәткә миллиондар эйәрҙе. Ҡыҙғанысҡа, был ғәҙәти күренеш кеүек ҡабул ителә.

Рәсих Хәмитов, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ағзаһы: “Легендар ҡайһы бер артистарыбыҙ тәмәке тартып киноларҙа төшә, йәштәр уларға оҡшарға тырыша. Шуға тыйыу проблеманы хәл итмәй тием, әммә бына шул турала күп киноларҙа күрһәтмәү - ул файҙа булыр ине”.

Башланғыс закон статусын алған хәлдә лә уның теүәл үтәлеше икеле. Йәмәғәт урындарында тәмәке көйрәтеү ҙә ҡағыҙҙа ғына ҡалды. Ләкин юл инспекторҙары ҡағиҙә үҙ көсөнә инә ҡалһа, ныҡлап тотонасаҡбыҙ тип иҫкәртә. Алдағы йылдарҙа Башҡортостанда юл ҡағиҙәһен боҙоу осраҡтарын теркәүсе ҡоролмалар артасаҡ.

Динар Ғилметдинов, ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: “Республикала был киҫкен проблеманы көйләү өсөн 663 видео теркәү комплексы кәрәк. Беҙ муниципалитеттар менән бергә тығыҙ эш алып барҙыҡ, аварияға эләгеү статистикаһы һәм уларҙың эҙемтәләрен тикшерҙек. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына юлдарҙың техник торошон, ҡайҙа ниндәй камералар кәрәклеген еткерҙек, быйылдан юлдарҙа өҫтәмә теркәү ҡоролмалары барлыҡҡа киләсәк”.

Йәмәғәт урындарында тартыуҙы туҡтатмаһаҡ та, руль артында көйрәтеп барыуҙан юл инспекторҙары оноттороуы ихтимал. Ултырғас та хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерергә, кеҫә телефонынан һөләшмәҫкә өйрәттеләр бит.

2007 йылдан алып руль артында телефонды ҡолаҡҡа ҡуйып һөйләшеү ҙә тыйылған. Юғиһә, штраф янай. Әйтәйек, уҙған йыл ғына был ҡағиҙәне боҙған өс мең ярымдан ашыу водителгә административ протокол төҙөлгән. Автомобиль менән идара иткәндә тәмәке тартыу ҙа тыйылһа, хоҡуҡ боҙоу осрағын инспекторҙар видео камераға төшөрөп, иҫбатлаусы дәлил булараҡ ҡулланасаҡ.

Дәүләт думаһында 2014 йылда уҡ транспортта эсендә тәмәке тартыуҙы тыйыу тәҡдиме индерелгәйне. Әммә документ ҡабул ителмәй. Яңыһы үҙ көсөнә инерме, әллә буш һүҙ булып ҡына ҡалырмы - әлегә билдәһеҙ. Белгестәр билдәләүенсә, хоҡуҡи яҡтан инициатива шәхси тормошҡа хоҡуҡты тупаҫ боҙа. Ә бит ул Конституция тарафынан һәр кемгә гарантияланған. Шул уҡ ваҡытта бөгөн Бөйөк Британия, Финляндияла машинала бәлиғ булмағандар булғанда, көйрәтеү рөхсәт ителмәй.

Төп маҡсат — үҫеп килгән быуын араһында алама ғәҙәттең таралыуына юл ҡуймау. Депутаттар руль артында тартып барыуҙы рекламаға тиңләй. Йәнәһе лә, машинаның тәҙрәләре үтә күренмәле. Тимәк, тәмәке көйрәтеүсене башҡалар ҙа күрә һәм тартып ҡарау теләге уяна. Ә сигарет рекламалау закон нигеҙендә күптән инде тыйылған.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Рәсәйҙә руль артында тәмәке тартыуҙы тыйыу буйынса законопроект әҙерләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд