Башҡортостанда эш сәфәре менән Төркиә делегацияһы була

Башҡортостанда эш сәфәре менән Төркиә делегацияһы була https://bash.news/news/89339_bashortostanda_esh_sfre_menn_trki_delegaciyay_bula
04 фев 2019, 11:40

Ошо көндәрҙә Дүртөйлө районында Төркиә делегацияһы була. Эш сәфәре барышында, ҡунаҡтар Вәлиев исемендәге агропредприятие эшмәкәрлеге менән таныша. Был хаҡта район хакимиәте хәбәр итә.

Башҡортостанда эш сәфәре менән Төркиә делегацияһы була
Башҡортостанда эш сәфәре менән Төркиә делегацияһы була

Ҡунаҡтар һүҙҙәренсә, Төркиәлә ял итеүселәр һаны артыу сәбәпле, һөт һәм ит продукцияларына ихтыяж арта. Дүртөйлө районының Төркиәне ауыл хужалығы тауарҙары менән тәьмин итергә мөмкинлеге бар. Сит ил делегацияһы урындағы ферма хужалыҡтары менән яҡындан танышты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуап алды.

Ҡунаҡтар башҡорт-татар аш- һыуынан да ауыҙ итте. Эш сәфәре һөҙөмтәһендә, сит илде ауыл хужалығы тауарҙары менән тәьмин итеүгә килешеү төҙөлөүө ихтимал. Был иһә районға яңы инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество