Төбәктә балалар баҡсаһы төҙөлөшө эшендә етешһеҙлектәр асыҡлана

Төбәктә балалар баҡсаһы төҙөлөшө эшендә етешһеҙлектәр асыҡлана https://bash.news/news/89346_tbkt_balalar_basay_tlsh_eshend_eteshelektr_asylana
04 фев 2019, 14:23

Стәрлетамаҡ районында 139 урынға тәғәйенләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө эшендә етешһеҙлектәр асыҡлана. Тикшереү республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитеты тарафынан ойошторола. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Төбәктә балалар баҡсаһы төҙөлөшө эшендә етешһеҙлектәр асыҡлана
Төбәктә балалар баҡсаһы төҙөлөшө эшендә етешһеҙлектәр асыҡлана

Тикшереү барышында, төҙөлөш майҙансығын булдырыу һәм материалдарҙы һаҡлау буйынса етешһеҙлектәр асыҡлана. Бынан тыш, тейешле тамғалар булмай.

Тикшереү һөҙөмтәһендә, төҙөлөш ойошмаһына билдәләнгән ваҡытҡа етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса талап ҡуйыла. Шулай уҡ, административ штраф һалына. Әлеге ваҡытта объект күҙәтеү ведомствоһы контролендә.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд