Башҡортостан юлдарында бер аҙна эсендә 62 кеше зыян күрә

Башҡортостан юлдарында бер аҙна эсендә 62 кеше зыян күрә https://bash.news/news/89356_bashortostan_yuldarynda_ber_ana_esend_62_keshe_zyyan_kr
04 фев 2019, 15:34

Республика Хөкүмәтендә барған оператив кәңәшмә барышында уҙған аҙнаға юл-транспорт ваҡиғалары һаны килтерелә. Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе мәғлүмәттәре буйынса, 28 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем, республикала 51 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Башҡортостан юлдарында бер аҙна эсендә 62 кеше зыян күрә
Башҡортостан юлдарында бер аҙна эсендә 62 кеше зыян күрә

Аварияларҙа һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлә, 62 кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала. Юл ваҡиғаларының төп сәбәбе- ҡаршы һыҙатҡа сығыу һәм тиҙлек режимын һаҡламау. Автобустар ҡатнашлығында өс авария теркәлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе февралдә Учалы районында мәктәп автобусы түңкәрелә. Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, авария ваҡытында балалар хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктергән була. Автобус юлда кәлийә булыу сәбәпле түңкәрелә.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество