Төбәктә янғын ваҡытында өс йәшлек баланың ғүмере өҙөлә

Төбәктә янғын ваҡытында өс йәшлек баланың ғүмере өҙөлә https://bash.news/news/89361_tbkt_yanyn_vaytynda_s_jshlek_balany_mere_l
04 фев 2019, 16:02

Был хаҡта Республика Хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, уҙған аҙнала төбәктә 147 янғын теркәлә, утта ете кешенең ғүмере өҙөлә һәм биш кеше зыян күрә.

Төбәктә янғын ваҡытында өс йәшлек баланың ғүмере өҙөлә
Төбәктә янғын ваҡытында өс йәшлек баланың ғүмере өҙөлә

Дүшәмбе, дүртенсе февралдә, Кушнаренко районында шәхси йортта янғын сыға. Һөҙөмтәлә, өс йәшлек бала һәләк була. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Урында тейешле хеҙмәттәр тикшереү эше алып бара.

Фәрит Ғүмәров билдәләүенсә, ағымдағы йыл башынан был утта һәләк булған дүртенсе бала. Бар балалар ҙа өйҙә янғыҙҙары ҡалған була.

Был аҙнала комитет тарафынан янғындарҙа балалар үлемен профилактикалау буйынса өҫтәлмә саралар комплексы әҙерләнәсәк.

Фәрит Ғүмәров, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе

Спутник FM
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд