Башҡортостанда хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын яҡшыраҡ хәстәрләгән эш биреүселәр өсөн дәртләндәреү механизмы әҙерләнә

Башҡортостанда хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын яҡшыраҡ хәстәрләгән эш биреүселәр өсөн дәртләндәреү механизмы әҙерләнә https://bash.news/news/89379_bashortostanda_xemtkrre_aulyyn_yashyra_xstrlgn_esh_bireselr_sn_drtlndre_mexanizmy_erln
04 фев 2019, 20:09

Тәү сиратта был диспансер тикшереүгә ҡағыла, уны исем өсөн генә түгел, ә сифатлы итеп үткәреү зарур. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөлә асылған халыҡ-ара форумда белдерҙе.

Өс яҡлы форматта ойошторолған сараға федераль башҡарма власть органдары, БРИКС, Европа һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре вәкилдәре саҡырылған. Хеҙмәт баҙары бөгөн яңы компетенциялар талап итә, хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығы тиҙ иҫкерә. Шуға күрә мәғариф системаһының да, кешеләрҙең дә үҙгәрештәрҙән артта ҡалмауы мөһим.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров, Өфөлә "Хеҙмәт өлкәһе киләсәге" форумының пленар ултырышын асып, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығына күберәк иғтибар бүлеү кәрәклеген билдәләне. Сөнки һау-сәләмәт кеше тормоштан йәм табып йәшәй, уның хеҙмәт етештереүсәнлеге лә юғары.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “В нашем внимании продолжительность и качество жизни – ключевой фактор. Этого можно добиться если мы будем качественно проводить диспансеризацию”.

Форумда сығыш яһаусылар билдәләүенсә, әлеге ваҡытта Рәсәйҙә хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең һаулығы әллә ни яҡшынан түгел. Бының сәбәбен белгестәр халыҡтың үҙ сәләмәтлегенә етерлек күләмдә иғтибар бүлмәүе менән бәйләй. Спиртлы эсемлектәр менән мауығыу, тәмәке тартыу һәм дөрөҫ туҡланмау төп проблемаға әүерелгән. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе күҙәтелә.

Рәмилә Хәсәнова, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре: “Һуңғы ваҡытта халыҡ үҙ һаулығы тураһында күберәк уйлана башланы. Бында хөкүмәттең тәьҫире лә бар, сөнки милли проекттар ғәмәлгә ашырыла. Был йүнәлешкә эш биреүселәр ҙә ҡушылырға тейеш”.

Башҡортостанда хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын яҡшыраҡ хәстәрләгән эш биреүселәр өсөн дәртләндәреү механизмы әҙерләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA