Өфөлә йәшәүсе ирекмән ғаилә «Ҡапҡастар ярҙамға ашыға» исемле экологик акция иғлан итте

Өфөлә йәшәүсе ирекмән ғаилә «Ҡапҡастар ярҙамға ашыға» исемле экологик акция иғлан итте https://bash.news/news/89380_fl_jshse_irekmn_ail_apastar_yarama_ashya_isemle_ekologik_akciya_ilan_itte
04 фев 2019, 20:10

Проект Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, республиканың йәмәғәт палатаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Акцияны ойоштороусы Елена Воробьева әйтеүенсә, сараның маҡсаты - сүп-сарҙы айырып йыйыу мәсьәләһенә республика халҡының иғтибарын йүнәлтеү, икенсел сеймалды эшкәртеү һәм Республика онкология диспансерының паллиатив бүлексәһе пациенттарына ярҙам итеү.

10 тонна ҡапҡас ауырыуҙарҙы этеп йөрөтмәле коляска һатып алыуға булышлыҡ итәсәк. Уның хаҡы 150 мең һум. Воробьевтар ғаиләһе быға тиклем макулатура йыйыуҙан килгән аҡсаны 8 йәшлек малайҙы дауалау өсөн күсергәйне.

Лилиә Нуретдинова, Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: "Таҙа Өфө" экологик йәмәғәт проекты менән беҙ күптән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Төрлө өмәләр, яр буйҙарын таҙартыу акцияларын үткәрәбеҙ. Әле уларҙың яңы идеяһын да хуплайбыҙ. Республика халҡын ҡапҡастар йыйыуға ҡушылырға саҡырабыҙ”.

Акция башлыса балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был уларҙы экологик яҡтан тәрбиәләргә лә булышлыҡ итәсәк. Икенсенән, төрлө төҫтәге пластик ҡапҡастар моториканы үҫтереү һәләтенә лә эйә.

Елена Воробьева, "Таҙа Өфө" экологик йәмәғәт проекты етәксеһе: “Акция барышында балалар һәм үҫмерҙәр араһында һүрәт төшөрөү, ҡапҡастарҙан төрлө уйынсыҡтар эшләү буйынса конкурстар иғлан итәсәкбеҙ. Бөтә мәғлүмәтте "Бәйләнеш" селтәрендә яҙып барам. Ҡапҡастарҙы һәр кем үҙендә туплай ала, рәсми йыйыу айына бер тапҡыр ойошторола”.

Автор: Фәниә Юланова.

Өфөлә йәшәүсе ирекмән ғаилә «Ҡапҡастар ярҙамға ашыға» исемле экологик акция иғлан итте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна