Өфө мәктәбендә балалар журналистика серҙәренә төшөнә

Өфө мәктәбендә балалар журналистика серҙәренә төшөнә https://bash.news/news/89381_f_mktbend_balalar_zhurnalistika_serren_tshn
04 фев 2019, 20:11

Өфөнөң 85-се урта мәктәбендә "Алға" медиа үҙәге асылды. Телевидение, радио тапшырыуҙар алып барыу, сайт тултырыу - уҡыусылар белем тауына үрләү менән бер рәттән яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба. Тәжрибәле педагогтар ҙа махсус проекттар асып, үҙҙәрен журналистика өлкәһендә һынап ҡарай. Тапшырыуҙары аша туған телгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләйҙәр.

Студияла - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Исергакова. Тәжрибәле педагог аҙнаһына бер радиотапшырыу уҙғарып, балалар һәм үҫмерҙәрҙә туған телгә ҡыҙыҡһыныу уята. Проектта өндәрҙең дөрөҫ әйтелешенә, стилистик һәм грамматик нормаларға баҫым яһала, халыҡ ижадына, әҙәбиәткә айырым иғтибар бүленә.

Зилә Исергакова, Өфөнөң 85-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: “Яңыса мәғлүмәт технологиялары аша уҡыусыларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятабыҙ, улар теләп өйрәнәләр. Башҡортостандың ете мөғжизәһе тураһында һөйләйҙәр, башҡорт халҡының яҙыусылары, шағирҙары тураһында мәғлүмәт алалар. Киләсәктә беҙҙең маҡсатыбыҙ - медиа үҙәккә уҡыусыларҙы күберәк йәлеп итеү”.

Өфөнөң 85-се урта мәктәбендә ойошторолған проект Башҡортостан башлығының туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Грантын алыуы ихтимал. Әлегә белем усағы коллективы конкурсҡа заявка ебәргән. Радиоэфирҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә бәйле тапшырыуҙар ҙа сыға, мәҙәни сараларға байҡау яһала. Уҡыусылар үҙҙәрен алып барыусы ролендә һынап ҡарап, телмәрен байыта.

Раушаниә Кашапова, "Туған тел" тапшырыуы алып барыусыһы: “Башҡорт телен, радионы яратам. Киләсәктә стюардесса булғым килә. Шуның өсөн тырышып уҡыйым”.

"Алға" медиа үҙәген ойоштороуҙа, тейешле аппаратура һатып алыуҙа бағыусылар ярҙам итә. Мәктәп телевидениеһында хәҙер "Яңылыҡтар" сығарылышынан тыш, "Эҫе ултырғыс" тапшырыуы ҡуйыла башлаған. Унда уҡыусылар билдәле шәхестәр менән осрашып, көнүҙәк темаларға әңгәмәләр ҡора. Медиа үҙәктең сайты ла әҙерләнә, уҡыусыларҙың берҙәм командаһы уны көн һайын яңы мәғлүмәт менән тултырып байытасаҡ.

Әлиә Кәримова, Өфөнөң 85-се урта мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: “Беҙ шундай бөтә ергә лә өлгөргән балаларҙы һайлап алырға тырыштыҡ. Үҙҙәре монтаж да эшләйҙәр. Диктор ҙа булырға өйрәнәләр. Фекерләү ҡеүәләре үҫә. Төрлө материалдар йыйғанда, улар хәтерҙә ҡалдыралар”.

Медиа үҙәктең ижади коллективын ҡала кимәлендә ойошторолған мәғариф, мәҙәни сараларҙы яҡтыртырға ла саҡыралар. Социаль селтәрҙәге видеояҙмалар әлегә меңдәрсә кешенең иғтибарын йәлеп иткән.

Айнур Сәйетғәлиев, Өфөнөң 85-се урта мәктәбе уҡыусыһы: “Мин радио һәм телевидениены яратып ҡарайым. Класташтарыма ла оҡшай. Концерт, спорт ярыштарын күрһәтәләр, беҙҙән интерьвю алалар”.

Медиа үҙәктең исеме есеменә тура килә. "Алға" икән, тимәк, телевидение һәм радио өлкәһендә яуланасаҡ үрҙәр ҙә алда әле. Уҡыусылар проекттары менән ил кимәлендәге конкурсттарҙа ҡатнашып, яңы еңеүҙәр яуларға иҫәп тота. Бының өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Ижади коллективтың ял зонаһы ла бар, журналистикаға бәйле китаптар уҡып, белемен камиллаштыра улар.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфө мәктәбендә балалар журналистика серҙәренә төшөнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA