Өфөлә 8 апрелдән һуң яңы автобустар йөрөй башлай

Өфөлә 8 апрелдән һуң яңы автобустар йөрөй башлай https://bash.news/news/89397_fl_8_apreldn_u_yay_avtobustar_jrj_bashlaj
04 фев 2019, 23:33

Йөҙҙән ашыу пассажир транспорты әле "Нефаз"дан йыйылып сығыу этабында. Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә әйтеүҙәренсә, автобустарҙың оҙаҡлауы заводтағы сират менән бәйле. Мәскәү 400, Ҡазан 200 техникаға заказ биргән, әле эш өс сменала бара. Заманса автобустарҙан тыш, пассажирҙар өсөн пластик карталар менән иҫәпләшеү системаһы ла индерелә.

Хәҙер пассажирҙарға юл хаҡын берҙәм транспорт картаһы менән түләргә һәм бер билет менән сәғәт эсендә өс йәмәғәт транспортында йөрөргә мөмкин. Был юл йөрөүселәргә лә уңайлы, пассажир ташыуҙан килгән табыш күләме лә асыҡ күренә. Автобустарҙың биҙәлеше лә бер төрлө буласаҡ.

Йәмәғәт транспортында тәртип урынлаштырыу Радий Хәбировтың иң тәүге күрһәтмәләренең береһе. Бөгөн был система яйға һалынып килә тип әйтергә була. Әммә Радий Фәрит улы фекеренсә, әле автобустарҙың етешмәүе, интервалдарҙың оҙонлоғо буйынса ялыуҙар байтаҡ. Бигерәк тә Өфө-Иглин линияһында, баш ҡалалағы 51-се, 52-се маршруттарҙа. Юлсылар әйтеүенсә, проблема хәл ителә. Яңы автобустарҙың бер өлөшө лә ошо йүнәлештәргә ебәреләсәк. Радий Хәбиров Өфөлә тәртип урынлаштырғандан һуң райондарға күсергә ҡушты.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Волну нелегальных извозчиков в городах мы сбили. Когда хочется, тогда можно. Теперь нужно контролировать эту область”.

Күп функциялы үҙәктәрҙәге сират мәсьәләһе хәл ителә. Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын арттырырға һәм өҫтәп кеше алырға ҡушҡайны. Әле көтөү ваҡыты кәметелгән, проблема бер нисә төбәктә генә ҡалған. Тиҙҙән тағы 22 хеҙмәтләндереү офисы асыласаҡ.

Гөлшат Арыҫланова, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк директоры вазифаһын башҡарыусы: “Удалось добиться продолжительности очереди в 15 минут. Исключением в январе 2019 года стали города Нефтекамск и Учалы, а так же село Стерлибашево”.

Оператив кәңәшмәлә белем биреү системаһы хаҡында ла һүҙ булды. Биш көнлөк уҡытыу системаһына 1 апрелдән үк күсергә мөмкин буласаҡ. Әле иһә мәктәптәргә грипп эпидемияһы янай. Үткән аҙнала республикала 26 меңдән ашыу кешегә киҙеү һәм киҫкен респиратор йоғошло ауырыуҙар диагнозы ҡуйылған. Уларҙың 64 проценты балалар. Төркөмдә йә синыфта 20 проценттан ашыу бала сирләй икән, карантин иғлан итергән мөмкин, тине Радий Фәрит улы.

Оператив кәңәшмәлә ялған спиртлы эсемлектәр менән көрәште дауам итеү, йәмғәтселектең хәүефһеҙлеге хаҡында ла һүҙ барҙы. Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығына сентябргә тиклем Инорс биҫтәһендә енәйәтселек менән бәйле проблеманы көйләү бурысын ҡуйҙы.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфөлә 8 апрелдән һуң яңы автобустар йөрөй башлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд