Онкологик сирҙәрҙән республикала йыл һайын 6 меңгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлә

Онкологик сирҙәрҙән республикала йыл һайын 6 меңгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлә https://bash.news/news/89399_onkologik_sirrn_respublikala_jyl_ajyn_6_meg_yayn_keshene_mere_l
04 фев 2019, 23:38

80 мең кеше ҡаты сир менән иҫәптә тора. Онкология буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында 5-6 урында. Бөгөн Бөтә донъя яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәш көнөндә Өфөлә онкологтар менән матбуғат кәңәшмәһендә ошондай һандар аталды. Сиргә ҡаршы көрәш өсөн киләһе өс йылға 5 миллиард һум бүленгән.

Ул медицина техникаһы, йыһаздар һатып алыу һәм был йәһәттә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелә. Проблемаларға килгәндә, Башҡортостанда онкологтар етмәй. Мәҫәлән,Сибайҙа улар бөтөнләй юҡ.

Руслан Солтанов, Республика онкология диспансеры баш табибы: “Әле 42 студент-онколог уҡый, быға тиклем 10-15 тирәһе генә була торғайны. Кемдер ВУЗ тамамлағас икенсе юлдан китә, йә пенсияға сығыусыларҙы алыштырырға кадрҙар етмәй. Киләсәктә мәсьәләне хәл итербеҙ, тип уйлайым”.

Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө йәмәғәтселектә онкологик ауырыуҙарға профилактиканы арттырыу, иртә стадияһында асыҡлау һәм дауалауға иғтибарҙы арттырыу маҡсатында үткәрелә. Үлем осраҡтары буйынса ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән ҡала ул икенсе урында. Быйыл өс йылға иҫәпләнгән "Мин бар һәм буласаҡмын" программаһы старт ла. Сәләмәт йәшәү рәүеше, ныҡлы иммунитет булдырыу уға ҡаршы көрәштең бер ысулы. Һәм уға дарыу һәр кемдең үҙендә- донъяға, тормошҡа позитив ҡараш, сәләмәтлегеңә иғтибар.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Онкологик сирҙәрҙән республикала йыл һайын 6 меңгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество