Стәрлетамаҡ ҡалаһында өсөнсө «РобоПром-2019» робототехника фестивале үтте

Стәрлетамаҡ ҡалаһында өсөнсө «РобоПром-2019» робототехника фестивале үтте https://bash.news/news/89400_strletama_alaynda_sns_roboprom2019_robototexnika_festivale_tte
04 фев 2019, 23:41

Ярышта республика төбәктәренән һәм Силәбенән 600-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Форумда уҡытыуҙа электрон программаларҙы киңерәк ҡулланыу ҡаралды. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында Электрон уйын мәктәбе булдырылған. Интернет проект күп мәктәптәрҙә ҡулланыла ла инде.

Робот тигеҙ өҫтәлдә еңел йөрөй. Әммә төҙөүселәре уға ҡатмарлыраҡ программа һалған.Тауға үрмәләргә кәрәк. Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары Стәрлетамаҡ ҡалаһына фестивалгә яңы проект әҙерләп килгән.

Сынтимер Билалов, "Робопром" фестивалендә ҡатнашыусы: “Был робот тауҙарға ла менән ала. Уны сәйәхәткә үҙең менән алырға мөмкин. Йыйыуы ауыр түгел, легонан”.

Конкурста республика төбәктәренән 600-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Робототехника менән шөғөлләнеүселәр йылдан-йыл арта. Фестиваль өс турҙан тора, уҡыусылар үҙ проекттарын яҡлай. Роботтар ҡапыл боҙолоуы, программанан тайпылыуы йә башҡа төрлө яңылышырға мөмкин. Ойоштороусылар билдәләүенсә, иң ауыр тур - Микромаус. Робот лабиринт аша үтеп сығырға тейеш. Әммә был мәсьәләне күбеһе үтәй алмай.

Илдус Баймөхәмәтов, фестивалде ойоштороусы: “Лего деталдәренән һәм ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән йыйылған роботтар бар”.

Форумда мәғлүмәт технологияларын уҡыу программаһында ҡулланыу мөмкинлектәре лә ҡаралды. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Электрон уйын мәктәбе асылған.

Уның ярҙамында әле республикала 40 мәктәп уҡыусылары шөғөлләнә. Проект интернет киңлектәрендә балаларға белемен һынап ҡарарға ярҙам итә. Һәр предмет буйынса тест рәүешендә һорауҙар бирелә. Уҡыусы уларға яуап бирә һәм бонустар йыя. Электрон уйынды күберәк ҡулланыусы һәм бонустар туплаусы мәктәптәр лидер кимәленә етә. Программа авторҙары шулай уҡ башҡорт халыҡ эпостарына нигеҙләнеп "Зәрҡүм" видеоуйыны булдырған.

Программа төҙөүселәр фекеренсә,заман балаларында белемгә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа тап ошондай проекттар ярҙамға киләсәк. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса мәктәптәрҙә робототехника һәм интернет технологияларын киңерәк ҡулланыу өсөн шарттар булдырыу юлдары ла ҡаралды.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында өсөнсө «РобоПром-2019» робототехника фестивале үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд