Өфөләге Элемтә музейында 40-сы йылдарҙа баш ҡалала урынлашҡан Коминтерн экспонаттары һаҡлана

Өфөләге Элемтә музейында 40-сы йылдарҙа баш ҡалала урынлашҡан Коминтерн экспонаттары һаҡлана https://bash.news/news/89401_flge_elemt_muzejynda_40sy_jyldara_bash_alala_urynlashan_komintern_eksponattary_alana
04 фев 2019, 23:46

1941-1943 йылдарҙа Коминтерн лидерҙары Өфөнән һөйләй. Континенттың иң ҡеүәтле радиостанцияһы ул осорҙа тап беҙҙең ҡалала урынлаша. 1942 йылда РВ-1 радиостанцияһы Ногинскиҙан Өфөгә эвакуациялана. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Глумилин ауылында монтаж тамамлана. Әле был урын Өфөнөң Октябрь районына ҡарай.

"Главпочтамт"ағы Элемтә музейында шул осорҙа эшләгән ҡоролмаларҙың фотоһүрәттәре һаҡлана. Һуғыш ваҡытында хеҙмәт иткән элемтәселәрҙең хәтирәләрен музей белгестәре айырым альбомға туплаған. Пальмиро Тольятти, Георгий Димитров һәм Коминтерндың башҡарма комитетының башҡа ағзалары аҙнаһына 162 тапшырыу әҙерләй. Элемтә йортоноң 5-се ҡатында урынлашҡан радиотапшырыуҙар үҙәгененән Европа халҡын фашизмға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкә өндәй.

Елена Лукина, элемтә музейы хеҙмәткәре: “Радиостанциянан сыҡҡан ҡыҫҡа тулҡындар нурҙы ер өҫтөнән дә, ионлы ҡатламдан 80-100 км юғарылыҡта ла тапшыра ала. Шуға күрә лә бындай нурҙы эләктереү мөмкин түгел. Был, үҙ сиратында, Коминтерн лидерҙарына үҙ тамашасыларына Өфөнән мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Дошман был турала төшөнмәй. Радиотапшырыуҙар Румыния, Болгария, Германияларҙа сыға тип уйлай”.

Автор: Миңзиә Каспранова.

Өфөләге Элемтә музейында 40-сы йылдарҙа баш ҡалала урынлашҡан Коминтерн экспонаттары һаҡлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество