Туймазы районы Ҡандра ауылында йәшәгән Лиза менән Матвей Багровтарға ярҙам кәрәк

Туймазы районы Ҡандра ауылында йәшәгән Лиза менән Матвей Багровтарға ярҙам кәрәк https://bash.news/news/89402_tujmazy_rajony_andra_auylynda_jshgn_liza_menn_matvej_bagrovtara_yaram_krk
04 фев 2019, 23:47

Балаларҙың икеһендә лә һирәк осрай торған генетик сир, буллезлы эпидермолиз. Тән тиреләре бик йоҡа. Аҙ ғына ҡағылдыңмы ауыртыныу һәм яра хасил була. Үҙенсәлекле балалар янында беҙҙең ижади төркәм дә булды.

Лиза Багрова һүрәт төшөрөү конкурсында районда беренсе урын яулаған. Был Ҡандра ауылының 2-се мәктәбендә икенсе синыфта белем алған ҡыҙҙың тәүге еңеүе. Тыумыштан генетик сир менән интегеүе арҡаһында, дәрестәр ҡыҫҡа форматта үтә, һәр береһе 20-шәр минут. Математикаға, һүрәт төшөрөүгә әүәҫ. Уҡытыусыһы Татьяна Зиннәтуллина тырыш ҡыҙ менән беренсе сменала дәрестәр тамамланғас, айырым шөғөлләнә.

Багровтар ғаиләһендә ике балала ауыр диагноз. Күбәләк ҡанатылай йоҡаҡ ҡына тире тиҙ генә йәрәхәтләнеп, ыуалырға әҙер тора. Шуға ла уны бәйләү өсөн махсус бинттар һәм майҙар кәрәк. "Беҙҙең балалар" хәйриә фонды ярҙамында 400 мең һум күләмендә аҡса йыйылған. Был суммаға бәйләү саралары һәм махсус бинттар менән тәьмин итеүсе фирмаға тейешле сумма күсерелгән. Әммә посылканы асып, ревизия үткәреп ҡарағас, ҡумталарҙа башҡа төр бәйләү материалдары ебәрелгәненә шаһит булдыҡ.

Илона Раздолина, "Беҙҙең балалар" хәйриә фонды координаторы: “Әгәр ҙә заказ теүәл үтәлһә, был бәйләү материалдары балаларға өс айға етер ине. Беҙ дөрөҫ ебәрелмәгән бәйләү материалдарын яңынан ебәрәсәкбеҙ, ғаиләгә бер ни тиклем көтөргә тура киләсәк”.

Лиза менән Матвейҙы бәрелеүҙән, тән йәрәхәттәренән һаҡлау өсөн ата-әсәһе мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Фатирҙа артыҡ йыһаз юҡ, йәйгеһен балаларҙың тән тиреһе йәйге селләлә боҙолмаһын өсөн кондиционер ҡуйылған. Икеһе лә махсус диета буйынса туҡлана. Әммә яраларҙы бәйләү өсөн материалдар ғына тиҙ бөтә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында быға тиклем тейешле ярҙам һәм аңлау булмаған, ғаилә үҙ иңдәренә төшкән ауырлыҡтарҙы хәйриә фондтарына мөрәжәғәт итеп кенә еңеп сыға алған.

Марина Багрова, Лиза һәм Матвей Багровтарҙың әсәһе: “Беҙҙең балаларҙа ауыр генетик сир. Уларға әлеге ваҡытта ярҙам итер өсөн 400 мең һумдан ашыу аҡсалата ярҙам кәрәк”.

Лиза менән Матвей Багровтарға ярҙам итер өсөн 3434 һандарын йыйып ФЕЯ һүҙен яҙырға. Тейешле сумманы раҫларға ғына кәрәк! Бинттар, бәйләү материалдары һәм майҙар өсөн 440 мең һум күләмендә аҡса талап ителә. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Автор: Гүзәл Борханова.

Туймазы районы Ҡандра ауылында йәшәгән Лиза менән Матвей Багровтарға ярҙам кәрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир