Белорет районында «Ҡатай көрәше» буйынса тәүге төбәк-ара турнир үтте

Белорет районында «Ҡатай көрәше» буйынса тәүге төбәк-ара турнир үтте https://bash.news/news/89403_beloret_rajonynda_ataj_krshe_bujynsa_tge_tbkara_turnir_tte
04 фев 2019, 23:49

Унда Белорет, Әбйәлил һәм Учалы районы вәкилдәре көс һынашты. Быуаттар төпкөлөнән килгән спорт төрө оҙаҡ йылдар онотолоп торғайны, әммә рухлы йәштәрҙең тырышлығы менән һуңғы йылдарҙа тергеҙелде.

Уйындың төп үҙенсәлеге, бил һынашыусылар ат өҫтөндә көрәшә. Борон "Ҡатай көрәшен" батырҙар алышы тип йөрөткәндәр. Ир-егеттең көсө генә түгел сослоғо, ат менән идара итеү һәләте лә һынала. Иҙел башының Әхмәр ауылы янында үткән алышта Белорет районы Рысыҡай ауылынан Рәсих Латипов еңеүсе тип табылды.

Белорет районында «Ҡатай көрәше» буйынса тәүге төбәк-ара турнир үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна