Баймаҡ ҡалаһында көрәш ярышы ойошторолдо

Баймаҡ ҡалаһында көрәш ярышы ойошторолдо https://bash.news/news/89404_bajma_alaynda_krsh_yaryshy_ojoshtoroldo
04 фев 2019, 23:51

Баймаҡ ҡалаһының физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткән көрәш ярышы республиканың бер быуатлыҡ юбилейына арналды. Турнирҙа район-ҡала мәктәптәренән һәм Белорет районынан 80 йәш спортсы ҡатнашты. Районда “Көрәш” милли спорт төрөнә айырым иғтибар бүленә, Урал аръяғы райондары көслө көрәшселәр төбәге, йылына бихисап турнирҙар үткәрелә.

Республика йыйылма командаһында ла район көрәшселәре бар, улар араһында араһында Рәсәй, Башҡортостан буйынса чемпион титулына эйә булған спортсыларҙы ла билдәләргә мөмкин. Шулай уҡ йыл да республика күләмендә “Темәс ауылы” кубогына ярыш үткәрелеп тора.

Ҡала һәм күп кенә ауыл мәктәптәрендә һуңғы йылдарҙа милли көрәшкә айырым ихтибар бүленә. Иҙрис,Ҡолсора мәктәптәрендә,ҡаланың икенсе мәктәбендә лә түңәрәктәр эшләй башлан,ә Икенсе Этҡол ауылында йыл һайын Азамат Тажетдинов иҫтәлегенә көрәш ярыштары үткәрелә.

Был көрәш ярышы Башҡортостандың 100 йыллығы һәм Рәсәй күләмендә үткән турнирға команда туплау өсөн дә ойошторолғайны. Һәр ҡатнашыусы үҙ ауырлығында якшы һөҙөмтәләр күрһәтеп ғәҙел баһа алды, республика кимәленә бик күп яңы исемдәр күтәрелде.Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеү хужаларҙа ҡалды.

Баймаҡ ҡалаһында көрәш ярышы ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд