Сибайҙа автобус водителе беренсе класс уҡыусыһын бәрҙерә

Сибайҙа автобус водителе беренсе класс уҡыусыһын бәрҙерә https://bash.news/news/89412_sibaja_avtobus_voditele_berense_klass_uyusyyn_brer
05 фев 2019, 09:49

Кисә көндөҙ Сибайҙа балиғ булмаған бала ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Был хаҡта республика буйынса ЮХХДИ хәбәр итә.

Сибайҙа автобус водителе беренсе класс уҡыусыһын бәрҙерә
Сибайҙа автобус водителе беренсе класс уҡыусыһын бәрҙерә

ПАЗ пассажирҙар автобусы водителе беренсе синыфта уҡыған баланы бәрҙерә. Бала юлды рөхсәт ителмәгән урындан үтеп барған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, һигеҙ йәшлек малай тән йәрәхәттәре ала. Ул дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA