Өфөлә заманса туҡталыштар урынлаштырыласаҡ

Өфөлә заманса туҡталыштар урынлаштырыласаҡ https://bash.news/news/89428_fl_zamansa_tutalyshtar_urynlashtyrylasa
05 фев 2019, 11:53

Өфөлә йәйгеһен заманса туҡталыштар урынлаштырыу эше башлана.Ҡалала 2019 һәм 2020 йылдарҙа яҡынса ике йөҙ туҡталышты яңыртыу күҙаллана. Интерактив туҡталыш Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тәҡдим ителә.

Өфөлә заманса туҡталыштар урынлаштырыласаҡ
Өфөлә заманса туҡталыштар урынлаштырыласаҡ

Яңы туҡталыш пункттары мәғлүмәт таблоһы һәм гаджеттар өсөн USB-порттар менән йыһазландырыласаҡ. Навигация системаһы ярҙамында, пассажирҙар йәмәғәт транспортының урынға яҡынлашыу ваҡытын күрә ала. Заманса туҡталыштарҙа видеокүҙәтеү һәм полиция саҡырыу өсөн «хәүефле төймәләр» системаһы ла эшләйәсәк. Шулай уҡ, павильондарҙы бушлай Wi-Fi һәм маршруттар картаһы менән йыһазландырыу күҙаллана.

Бындай заманса туҡталыш Үрге сауҙа майҙанында урынлаштырылған. Ҡалала павильондар июнь айынан яңыртыла башланасаҡ.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна