Республикала февраль айында өҫтәлмә ял көндәре көтөлмәй

Республикала февраль айында өҫтәлмә ял көндәре көтөлмәй https://bash.news/news/89437_respublikala_fevral_ajynda_tlm_yal_kndre_ktlmj
05 фев 2019, 15:18

Уҙған йылда Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика халҡы өс көн дауамында ял итһә, быйыл иһә оҙайлы байрамдар көтөлмәй. 23 февраль шәмбегә тура килә. Дүшәмбе,25 февраль, барыһын да эш көнө көтә.

Республикала февраль айында өҫтәлмә ял көндәре көтөлмәй
Республикала февраль айында өҫтәлмә ял көндәре көтөлмәй

Федераль мәшғүллек үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам ял көнөн йомаға, унынсы майға, күсерәләр. Йома, 22 февралдә, эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,республика халҡын март-май айҙарында оҙайлы ял көндәре көтә. 8- 10 март, 1 - 5 һәм 9- 12 май –ял көндәре тип иғлан ителә. Шулай уҡ, Башҡортостан халҡы Ураҙа-байрамда-4 июндә, Ҡорбан байрамында- 12 августта һәм Республика көнөндә - 11 октябрҙә ял итәсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество