Республикала янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ғаиләне үлемдән ҡотҡара

Республикала янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ғаиләне үлемдән ҡотҡара https://bash.news/news/89440_respublikala_yanyndy_ikrtese_orolma_ailne_lemdn_otara
05 фев 2019, 15:57

Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ғаиләне ҡазанан аралап ҡала. Ваҡиға Салауат районы Шәрип ауылында йәшәүсе күп балалы ғаилә йортонда теркәлә.Был хаҡта төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Республикала янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ғаиләне үлемдән ҡотҡара
Республикала янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ғаиләне үлемдән ҡотҡара

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 5 февралдә, Салауат районы Шәрип ауылында урынлашҡан йортта янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма сигналы эшләй. Янғын сыҡҡан ваҡытта йортта алты кеше була, шул иҫәптән, бишеһе-балиғ булмаған балалар. Әсә һүҙҙәре буйынса, ваҡиға төнгө сәғәт өстәрҙә теркәлә. Ҡатын төтөн еҫенә һәм сигнал тауышына уяна.

«Торғас та балалар янына йүнәлдем, тиҙ арала йыйынып, тышҡа сыҡтыҡ. Был ваҡытҡа ҡотҡарыусылар килеп етте. Иң мөһиме-беҙ теребеҙ, бер кем дә һәм йортобоҙҙа зыян күрмәне»,-тип белдерҙе күп бала әсәһе.

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна