Башҡортостанда йәшәү шартын яҡшыртыу маҡсатында социаль яҡлау программаһы эшләй

Башҡортостанда йәшәү шартын яҡшыртыу маҡсатында социаль яҡлау программаһы эшләй https://bash.news/news/89461_bashortostanda_jsh_shartyn_yashyrtyu_masatynda_social_yalau_programmay_eshlj

Бөгөн үҙ йортоңдо һалып инеү ҡиммәткә төшә. Был йәһәттән халыҡҡа социаль яҡлау программалары ярҙамға килә. Йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында Хәйбулла районы Петропавловский ауылынан Үлйәбаевтар ғаиләһе йорт төҙөр өсөн субсидия алған. Күптән түгел улар өй туйлаған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

"Өйлө кеше - көйлө кеше" тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Беҙҙең геройҙарҙың да был күптәнге хыялы булған. Яңы йорт һалғансы Үлйәбаевтар торлаҡты ҡуртымға алып йәшәгән. Ә үҙ йортоңда бөтөнләй икенсе шарттар. Балалар һәм ата-әсәләр, ҡунаҡ, аш-һыу өсөн айырым бүлмәләр...

Үлйәбаевтар дәүләт ярҙамында өй туйлау бәхетенә ирешкән. Ғаилә 2013 йылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа торған. 2017-лә ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү программаһына ярашлы, сертификат алған.

Иршат Үлйәбаев, ғаилә башлығы: “Ремонт эшәренә Баймаҡтан төҙөүселәр ялланыҡ. Мин эш барышын контролдә тотоп, материал менән тәьмин иттем, йортто ҡатыным менән кәңәшләшеп биҙәнек”.

Үлйәбаевтар башҡа яҡташтары кеүек бәхет артынан сит тарафтарға китмәгән. Бәләкәй генә ауылда бер туған ағаһы менән берлектә крәҫтиән-фермер хужалығын ойошторған. Ағалы-ҡустылылар йылҡысылыҡ һәм үҫемселек менән шөғөлләнә.

Ҡыш аттар тибендә. уларҙы ике көтөүсе ҡарай. Көнөнә бер тапҡыр алып ҡайталар. Ә был ҡолондарға бесән бирәбеҙ,һыу эсереп торабыҙ. Аҙыҡтары йылға етәрлек.

Нисек кенә булмаһын, бөгөнгө ысынбарлыҡта йорт һалып инеү — батырлыҡҡа тиң. Төҙөлөш материалдарына хаҡ көндән-көн арта. Әммә финанс сығымдарҙы ҡаплаған федераль һәм төбәк программалары эшләүе торлаҡ төҙөлөшөндә хәл иткес роль уйнай. Тик программала ҡатнашыу өсөн төп шарт йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башҡортостанда йәшәү шартын яҡшыртыу маҡсатында социаль яҡлау программаһы эшләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество