Өфөлә 9 йәшлек бала подвал рәшәткәһенә аяғын ҡыҫтырған

Өфөлә 9 йәшлек бала подвал рәшәткәһенә аяғын ҡыҫтырған https://bash.news/news/89462_fl_9_jshlek_bala_podval_rshtken_ayayn_ytyran
05 фев 2019, 21:56

Хәл-ваҡиға баш ҡаланың Конституция урамындағы 5-се йортта була. Эргәнән уҙып барыусы ир бәләгә тарыусыға үҙаллы ярҙам итә алмағас ҡотҡарыусылар хеҙмәтен саҡыра.

Һуңғылары баланың ҡыҫылып ҡалған аяғын бер нисә минут эсендә гидравлик инструмент ярҙамында сығара. Бәхеткә, малайҙың һаулығына зыян килмәгән. Ул табип ҡарауынан һуң өләсәһенә тапшырылған.

Өфөлә 9 йәшлек бала подвал рәшәткәһенә аяғын ҡыҫтырған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров