Республикала Йәрмәкәй — Бәләбәй автобус маршруты ҡайтанан тергеҙелде

Республикала Йәрмәкәй — Бәләбәй автобус маршруты ҡайтанан тергеҙелде https://bash.news/news/89463_respublikala_jrmkj_blbj_avtobus_marshruty_ajtanan_tergeelde
05 фев 2019, 21:57

Ул бер нисә йыл элек ябылғайны. Бәләбәй ҡалаһында белем алған йәштәргә был айырыуса уңайһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Рейстың өҙөлөүе шул уҡ ваҡытта Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларына йөрөп эшләгәндәргә лә күп мәшәҡәт тыуҙырҙы.

Район халҡы башлыса такси ялларға мәжбүр булды. Йәрмәкәйҙәр социаль селтәрҙәрҙә мәсьәләгә ҡарата күп тапҡырҙар ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Уларҙың мөрәжәғәттәре "Инцидент" тапшырыуы иғтибарынан да ситтә ҡалманы.

Йыл башынан автобустар йәнә маршрутта. Яңылыҡты район халҡы һөйөнөп ҡабул итте

Автор: Миңзиә Каспранова.

Республикала Йәрмәкәй — Бәләбәй автобус маршруты ҡайтанан тергеҙелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров