Күмертау ҡалаһында мәктәп уҡыусылары биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеүҙе хуплап майҙанға сыҡты

Күмертау ҡалаһында мәктәп уҡыусылары биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеүҙе хуплап майҙанға сыҡты https://bash.news/news/89464_kmertau_alaynda_mktp_uyusylary_bish_knlk_uyu_anayna_ksee_xuplap_majana_syty
05 фев 2019, 21:58

Күмертауҙа флешмоб. Йәштәрҙең кәйефен ҡышҡы һыуыҡ та ҡурҡытманы. Республикала берҙән-бер технопарк - Күмертау квантолабында малай-ҡыҙҙар дәррәү бейеп эстафетаны Учалыларға тапшырҙы. Әйткәндәй, биш көн уҡытыу системаһы индерелгән мәктәптәр Күмертауҙа ла бар, 1-cе гимназияла был тәжрибә ике йыл ғәмәлгә ашырыла.

Ольга Чепурова: “Был тәҡдимде хуплайым. Сөнки аҙ булһа ла көсөргәнеш кәмей. Минең балам 11-се синыфта уҡый. Өлкән синыфтарҙа программа ҡатмарлы - балалар арый. Икенсенән, малай-ҡыҙҙар шәмбе йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып төрлө сараларға, ижади түңәрәктәргә йөрөй аласаҡ”.

Ольга Музюкина, Күмертау ҡалаһының 1-се гимназияһы директоры: “Беҙҙең гимназия бер нисә йыл элек үк 5 көн уҡытыу системаһына күсте. Тәүҙә икеләнгәйнек, әммә ваҡыт үтеү менән был дөрөҫ аҙым булған тигән һығымтаға килдек. Малай-ҡыҙҙар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр 5 көн уҡыуҙың бик күп ыңғай яҡтарын билдәләй. Гимназияла даими "аҡыллы шәмбе"ләр үткәрәбеҙ - балаларҙы спортҡа, конкурстарға йәлеп итеү өсөн был бик уңайлы”.

Автор: Флорида Ким.

Күмертау ҡалаһында мәктәп уҡыусылары биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеүҙе хуплап майҙанға сыҡты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество