Башҡортостанда халыҡ-ара террорсылар ойошмаһы ағзаһына хөкөм ҡарары сығарылды

Башҡортостанда халыҡ-ара террорсылар ойошмаһы ағзаһына хөкөм ҡарары сығарылды https://bash.news/news/89465_bashortostanda_xalyara_terrorsylar_ojoshmay_azayna_xkm_arary_syaryldy
05 фев 2019, 21:59

Республикала йәшәүсе ир Волга буйы төбәк хәрби суды тарафынан енәйәттә ғәйепле тип табылып, 7 йылға иркенән мәхрүм ителде. Тикшереү иҫбатлауынса, хөкөм ителеүсе 2015 йылда «Хизбут-Тахрир аль-Ислами» ойошмаһының Сибайҙағы төркөмөнә ҡушыла. Унда яңы адептарға террорсылар ойошмаһы идеологияһын өйрәтә.

Уның йәшәгән урынынан рөхсәт ителмәгән әҙәбиәт тартып алына. Был китаптарҙа террорсыларҙың йәш ағзаларҙы уҡытыу һәм эшкә яллау өсөн пропаганда һәм агитация мәғлүмәте тупланған. Хөкөм ителеүсе террорсылар ойошмаһының төп маҡсаты - бөтә донъяла ислам теократик унитар дәүләте төҙөү икәнен аңлап эш иткән. Ул ғәйебен тулыһынса танып, ойошманан баш тартыуы тураһында белдергән.

Башҡортостанда халыҡ-ара террорсылар ойошмаһы ағзаһына хөкөм ҡарары сығарылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна